Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Апрель 2022, 11:21

Пластик ҡапҡастарҙан – сәнғәт әҫәрҙәре

Көҙәй ауылында йәшәүсе Рима Андреева биш йылдан ашыу ғәҙәти булмаған шөғөл менән мауыға. Ул пластиҡ шешә ҡапҡастарынан матур-матур паннолар эшләй.

Пластик ҡапҡастарҙан – сәнғәт әҫәрҙәре
Пластик ҡапҡастарҙан – сәнғәт әҫәрҙәре

Римма Тимерхан ҡыҙы тумышы менән Көҙәй ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, ул ҡалаға китә, кулинария училищеһында һөнәр ала һәм Өфө заводтарының береһендә эшләй. Атаһы вафат булғандан һуң, Андреевтар ғаиләһе ауылға ҡайта. Ауылда һөнәр буйынса эш табыуы ауыр, шуға күрә урындағы мәктәптә техник хеҙмәткәр булып урынлаша. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Ҡул ҡушырып ултырырға күнекмәгән ҡатын пластик шешә ҡапҡастарынан төрлө фигуралар эшләй башлай. Ҡапҡастар йыйырға туғандары, дуҫтары, күршеләре ярҙам итә.

Оҫта ҡатын башта фанераға һүрәт төшөрә, уны ире Сергей Харитонович лобзик менән ҡырҡып бирә. Һуңынан махсус елем ярҙамында пластик ҡапҡастарҙы нигеҙгә йәбештерә. Шулай итеп Андреевтарҙың ихатаһында әкиәт персонаждары барлыҡҡа килә башлай. Схемаларҙы Рима интернеттан ҡарай, оҡшағандарын күсереп ала. Паннолар гараж, мунса, һарай стеналарын ғына биҙәмәй, улар урам ҡоймаһында ла бар. Йорт эргәһенән үтеүселәр уның эштәренә һоҡланып ҡарай.

Рима йыл символдарын да эшләй. Ихатаны сусҡа, ат, әтәс, юлбарыҫ һындары биҙәй. Уларҙы эшләргә меңләгән ҡапҡас киткән. Кәрәкле төҫлөләре булмағанда, оҫта ҡатын уларҙы үҙе буяй, йәйен яңыртып тора. Ҡайһы бер эштәрен ул туғандарына, яҡындарына бүләк итә.

Андреевтар әүҙем тормош алып бара. Улар Көҙәй ауыл биләмәһендә үткәрелгән «Иң яҡшы ихата» бәйгеһендә иенсе урынға алған.

Андреевтар – бик ҡунаҡсыл кешеләр. Йәй көнө уларҙа туғандары, дуҫтары ял итергә ярата. Хужабикә тыуҙырған һындар уларҙың ялын тағын да матурлай.

Билдәле булыуынса, пластикты дөрөҫ утилләштермәгәндә атмосфераға сәләмәтлек өсөн хәүефле ағыулы химик матдәләр бүленеп сыға. Үҙенең эшендә күпләп ҡапҡастар ҡулланы, Рима тирә-яҡ мөхиттең бысраныуына ҡаршы ла көрәшә булып сыға. Уның тағы ла бер мауығыуы бар – ул тегергә ярата. Был һөнәргә ҡыҙ атаһынан өйрәнеп ала. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында офицерҙарға хәрби кейемдәр теккән.

Йорт хужабикәһе панноларҙы ҡышын эшләй. Ә йәй көндәрендә ул баҡсала еләк-емеш, йәшелсә үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай. Ул үҫтергән сәскәлар тирә-яҡҡа маурлыҡ тарата, хуш еҫ сәсә.

Рима Тимерхан ҡыҙының тормошо бер урында ғына тормай. Ул ғаилә хәстәрҙәре, йорт мәшәҡәттәре менән һуғарылған. Күңеленә ятҡан шөғөлөн ул ташларға йыйынмай, теләге – оҫталығын тағы ла камиллаштырыу.

Күптән түгел Рима Тимерхан ҡыҙына 60 йәш тулды. Уны ҡотларға ғаиләһе менән улы, ейәндәре, туғандары килде. Ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади уңыштар теләйбеҙ. Бөтә уйлаған пландары ла тормошҡа ашһын.

Пластик ҡапҡастарҙан – сәнғәт әҫәрҙәре
Пластик ҡапҡастарҙан – сәнғәт әҫәрҙәре
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: