Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Апрель 2022, 16:13

Кәрәк икән булам танкист, ял иткәндә гармунсы...

1979 йылдың декабрь айында ул Афған еренә тәүгеләрҙән булып хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Танк механигы-водителе, Риф Хәмит улы был аяуһыҙ һуғышты фильмдар аша ғына түгел, уны үҙе аша үткәргән һәр бер һалдат кеүек яҡшы белә. Һуғыш афәтен, ул да һөйләргә, иҫләргә яратмай. Эйе, яралар бик тә тәрән, уңалмай торған шул. Бер ғаиләнән ике ул – Риф һәм Рәмил – икеһе лә Афғанстанда хеҙмәт иткән.

Кәрәк икән булам танкист, ял иткәндә гармунсы...
Кәрәк икән булам танкист, ял иткәндә гармунсы...

Кәрәк икән булам танкист, ял иткәндә гармунсы...

Дәһшәтле Афған юлдарын үткән Риф Гузинға был йыр юлдары бик тә тап килә. 43 йыл хеҙмәт стажы булған был ир-уҙаманы тыуған ауылы Ябалаҡлыға ҡайтып атай нигеҙендә төпләнгән. Ҡатыны Илеш ҡыҙы Рәфиҙә менән балалары Лена, Рөстәм, ейән-ейәнсәрҙәре Әмирә, Арыҫланға ҡыуанып  татыу ғүмер итә улар.

– Мин иҫән-һау ҡайттым, күп тә үтмәй туғаным Рәмилде армияға оҙаттыҡ. Йәшен һуҡҡан кеүек хәбәр – Рәмилде лә Афғанға ебәргәндәр. Инәйем менән атайымдың йөрәге нисек түҙҙе икән?! – ти Риф Хәмит улы, ул йылдарҙы иҫкә төшөрөп. – Рәмил бөтөнләй һуғыш тураһында бер ни ҙә һөйләмәй торғайны, үҙемдең лә яраларҙы әрнетәһе килмәй ине, – тип тамамланы әңгәмәсем был ауыр теманы.

Тыныс тормошта экскаваторсы булып эшләгән Риф Гузин «Северный потоп», «Южный потоп» ты төҙөүҙә ҡатнашып, Краснодар, Ленинград өлкәләре төҙөлөштәрендә эшләгән.  

– Гузиндар ауылда дәртле нәҫелдәрҙең береһе, ҡартатайым Кәлимулла скрипкала, атайым Хәмит саратов гармунында һыҙҙыра торғайны, үҙем дә гармунда уйнарға яратам. 7-се класта уҡығанда инәйем, атайым менән Өфө баҙарына ит һатырға барҙыҡ, яҡында ғына музыкаль инструменттар магазины, ныҡыша торғас, 32 һумға футляр менән атайымдан гармун алдырҙым, түбәм күккә тейҙе, көн буйы Өфө буйлап уны күтәреп йөрөргә тура килде. Йәш саҡта берәр яңы йыр ишетеп ҡалһаҡ, төн буйы өйрәнеп, кис клубҡа барғанда уны ауыл урамынан йырлап үтә инек, – ти йәштәрсә дәртле Риф Хәмит улы.

- Һәр сарала, мәжлестәрҙә Рифтең урыны гел түрҙә була торғайны, ауылдың иң шәп егете лә ул ине,- тип хәтерләй ауылдаштары.  

Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгән уҙаман, Афған ветерандары менән ауылда ошо аяныслы һуғышта ҡатнашҡан 8 яугирҙең исемен мәңгеләштереү өҫтөндә ҙур эштәр башҡарырға ниәтләй. Хеҙмәт ветераны, күп хәрби наградаларға лайыҡ, тәүәккәл һәм сыҙам Риф Гузиндың уй-теләктәре тормошҡа ашһын. Уға сәләмәтлек, ғаилә именлеге! 

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: