Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Апрель 2022, 16:21

Уңыштары менән билдәле

Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводында эшләгән Диана Молоканова Башҡортостанда клапан һәм крандар етештереү буйынса ойошмалар араһында “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес” XVI республика конкурсында беренсе урын яуланы.

159 кеше араһында тәүгеләрҙән булып һорауҙарға тулы яуап биргән, үҙен төплө белемле итеп күрһәткән Диана Тимерғәли ҡыҙы әйтеүенсә, завод эшселәрен шәхси һаҡланыу әйберҙәре менән тәьмин итеү өсөн былтырғы йылда 16 млн.һумдан артыҡ аҡса тотонолған.1100 хеҙмәткәр өсөн барса эш шарттары ла тейешенсә тыуҙырылған.

Компания етәкселеге яңынан – яңы ҡаҙаныштарға һәм уңыштарға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрен дә маҡтап телгә ала. Берләштерелгән металлургия компанияһының 19 йыл рәттән тапшырылған наградаһы - Иван менән Андрей Баташевтар исемендәге премияға лайыҡ булған иң яҡшы мастер Анастасия Фәтҡуллина, туҡыусы Виктор Попов та металлургия тармағына үҙенең тос өлөш индереүе менән абруйлы. 

Уңыштары менән билдәле
Уңыштары менән билдәле
Уңыштары менән билдәле
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: