Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
11 Май 2022, 08:51

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Красный Восход ауылында ғүмер итеүсе тыл хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Зоя Игнатьевна Ермакова үҙенең 95 йәшлек юбилейын билдәләне.

Хеҙмәттә үткән ғүмер
Хеҙмәттә үткән ғүмер

Зоя Игнатьевна алыҫ 1927 йылда Дубровка ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған (был ауыл күптән инде район картаһында юҡ). Уның ғаиләһе айырым утарҙа йәшәй. Ауылда мәктәп булмай, шуға күрә Зоя беренсе һәм икенсе кластарҙы Русское ауылына (Красный Восходтың элекке исеме) йөрөп уҡый. Көн һайын балаларға 4-5 саҡрым йәйәү йөрөргә тура килә. Һыуыҡта ла, бысраҡта ла аяҡта гел сабата була.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Зояның атаһын Куллар ҡасабаһына икмәк бешереүсе итеп саҡыралар. Унда балалар һаны етмәгәнлектән мәктәптә икенсе класҡа ҡәҙәр генә уҡыталар. Шуға күрә ҡыҙға төрлө урындарҙа башланғыс белем алырға тура килә. Дүртенсе кластан һуң ул Оло Теләк ауылында уҡый. Ҡыҙ фатирҙа тора, ял көндәрендә 16 км юл үтеп, ата-әсәһе янына ҡайтып йөрөй.

Һуғыш башланғанда Зояға ун дүрт йәш була. Ирҙәрҙе фронтҡа ала башлайҙар. Тыл тормошоноң бөтә ауырлығы ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар һәм бала-саға иңенә төшә. Зояның атаһын һаулығы буйынса фронтҡа алмайҙар. Ул Урман ауылында урынлашҡан хәрби часта хеҙмәт итә – фронтҡа снарядтар әҙерләүҙә ҡатнаша. Мәктәп уҡыусылары сәсеү-урыу эштәрендә өлкәндәрҙең төп ярҙамсыһы була. Улар өсөн уҡыу йылы иртәрәк тамамлана һәм ғәҙәттәгенән күпкә һуңыраҡ башлана.

– Һуғыш ваҡытында бер кемгә лә еңел булманы,– ти Зоя Игнатьевна. – Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, кешеләр бик татыу йәшәне – һуңғыһы менән бүлеште.

Һуғыштан һуң да тормош тиҙ генә яҡшырмай. Күпселек ир-аттар һуғыш яландарында ятып ҡала, төрлө яралар алып ҡайтҡандары ла тулы көсөнә эшләй алмай. Бөтә ерҙә лә эшсе көстәр талап ителә.

10 класты тамамлаған Зоя Игнатьевна Оло-Теләктә колхоз мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Ул экстерн менән педагогия институтын тамамлай. Ике йылдан һуң ул Куллар ҡасабаһына ата-әсәһе янына күсә, мәктәптә балалар уҡыта. Ошонда уҡ буласаҡ ире менән осраша. 1952 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Григорий Антонович Ермаковҡа кейәүгә сыға. Ул 17 йәшендә һуғышҡа алына һәм 1949 йылда ғына ҡайта. Тыныс ваҡытта ул төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй.

Куллар мәктәбе ябылғас, Зоя Игнатьевна төрлө мәктәптәрҙә уҡыта, бер нисә быуын уҡыусыларға башланғыс белем бирә. Намыҫлы, тырыш хеҙмәте менән ул уҡыусылары, коллегалары һәм ата-әсәләр араһында ҙур ихтирам яулай. Педагог бер ваҡытта ла ауырлыҡтарға зарланмай, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Дәрестәрҙән тыш стенгазета сығарырға, байрам концерттары әҙерләргә кәрәк була. Йорт эштәре лә етерлек була.

Зоя Игнатьевна сәйәхәт итергә ярата – ире менән бергә Советтар Союзының төрлө ҡалаларында була. Тормош иптәшенең һуғышсан хеҙмәттәштәре төрлө ҡалаларҙа осраша торған була.

Ермаковтар биш балаға ғүмер бирә. Улар ата-әсәләре һымаҡ эшһөйәр булып үҫә, һәр ҡайһы тормошта үҙ урынын таба. Бөгөн яратҡан өләсәйҙең ун ейәне, 17 бүләһе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы 2004 йылда вафат була.

Бөгөн Зоя Игнатьевна кесе ҡыҙы менән йәшәй. Уҡытыусыны уҡыусылары ла онотмай, байрамдар, юбилейҙар менән ҡотлай.

Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Зоя Игнатьевна китап уҡырға ярата. Тәүлектең яҡты ваҡытында ул хатта күҙлек тә кеймәй!

–Йәш сағымда китап уҡырға ваҡыт булманы, – тип йылмая минең әңгәмәҙәшем.

Зоя Игнатьевна сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, һәр көн телевизорҙан яңылыҡтар ҡарай.

Зоя Игнатьевна тормошонан ҡәнәғәт, ул һәр тыуған көнгә шатлана белә.  Моғайын, оҙон ғүмерлелектең сере лә шундалыр. Яҡташыбыҙҙы матур юбилее һәм Еңеү байрамы менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ туғандары һәм яҡындары янында оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләйбеҙ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: