Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
13 Май 2022, 08:51

Һуғыш балалары – тарих яралары

Үктәй ауылы клубында һуғыш йылы балалары менән осрашыу үтте. Был ауылда 19 кеше “Һуғыш балалары” статусын йөрөтә. Шуларҙың икеһе –Фәниә Ғәлимова һәм Халиҙә Шәйхетдинова – тыл ветерандары, уларга хәҙер 91 йәш.

Һуғыш балалары – тарих яралары
Һуғыш балалары – тарих яралары

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар. Уларҙың иң кесеһенә 77 йәш.

Һуғыш осоро балаларының сафтары йылдан йыл һирәгәйә. Улар тураһында иҫтәлекте һаҡлау маҡсаты менән ауыл китапханаһы мөҙире Альмира Абдуллина һәр бер һуғыш йылы балаһы тураһында мәғлүмәт йыйҙы, фотоға төшөрҙө һәм шул материалдарҙан “Дети войны” тип аталған альбом эшләне. Ветерандар үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаклаштылар – һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдар тураһында һөйләнеләр.

Байрам ҡунаҡтарына мул сәй табыны әҙерләнде. Улар рәхәтләнеп әңгәмәләшеп ултырҙылар. Үҙешмәкәр артистар И. Салеева, Ф. Сәлимова, Г. Әхтәрйәнова ветерандарға йырҙарын бүләк иттеләр. Н. Гәрәев шул осор көйҙәрен уйнаны, ә ветерандар ҡушылып йырланы. Кисә аҙағында бөтәһе бергә күмәкләп фотога төштөләр.

Был көндө бер генә ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалманы, сараға килә алмағандарға күстәнәстәр таратылды.

Һуғыш балалары кисәнән бик ҡәнәғәт калды, үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибар өсөн рәхмәт әйттеләр.

Кисәне үткәреүҙә эшҡыуар К. В. Савин матди ярҙам итте. Сараны “Аҡ ҡалфаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе ойошторҙо.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: