Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
24 Май 2022, 11:57

Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Нимесләр ауылынан Әлфирә Нурғәлиева бесәнселәр тарафынан осраҡлы рәүештә табылған шишмәне тәртипкә килтереү ниәте менән ҙур эштәр башҡара.

Изге эштең иртәгәһе яҡшы
Изге эштең иртәгәһе яҡшы

Шәхси мәнфәғәттәрен ситкәрәк ҡуйып, үҙҙәре тапҡан матди байлыҡ иҫәбенә башҡаларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуға күп көс һалған кешеләр бар. Рәсәйҙә ошолай ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙы меценат тип йөрөткәндәр. Тарихта үҙҙәренең мәрхәмәтлелеге менән кенәз Голицын, сәнәғәтсе Савва Мамонтов, ағалы – энеле Третьяковтар, Щукиндар, Морозовтар билдәле. Меценат һүҙе сығышы менән тарихи шәхес Гай Цильний Меценатҡа барып тоташа.

Ислам дине тәғлимәттәре менән йәшәгән дәүләттәрҙә лә шәфҡәтлелелек традициялары киң үҫеш алған. Хәйер өләшеү, Ҡорбан байрамы кеүек йолаларыбыҙ ата – бабаларыбыҙҙан изге васыят итеп тапшырыла килгән.

Башҡортостанда “Атайсал – кесе Ватан” проектының ғәмәлгә ашырыла башлауына ике йыл үтеп китте. Нуриман районында ошо ваҡыт эсендә 41 мәрхәмәтлелек акцияһы тормошҡа ашырылды. Ватандаштарына, милләттәштәренә, ауылдаштарына матди ярҙам күрһәтергә теләүселәр, ғәҙәттә, бөтә йәмғиәт өсөн кәрәкле булған объекттар төҙөй, йә булмаһа уларҙы төҙөкләндереүҙе һайлай. Мәҫәлән, Яңы Бүрес ауылындағы мәсеттә капиталь ремонт үткәреү күп йылдар “Ихлас” агрофирмаһын етәкләгән район Советы депутаты Альфред Заҡуан улы Сәйҙелев башланғысы менән башҡарылған. Бәләкәй Теңкәш ауылында төҙөлгән иман йорто Нәүфәл Фәйзуллин исеме менән бәйле. Яңы Субай ауылы мәсетенең имам – хатибы Илдар Ғәлиев Аллаһ йорто янында ауыл халҡы ярҙамы менән тағы ла бер бина төҙөткән. Ҡасандыр Иҫке Бәҙәй ауыл биләмәһенә ҡараған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер юҡҡа сыҡҡан Имтиәз ауылы кешеләре Мансур һәм Әлмирә Кәримовтар үҙҙәренең тыуған яғындағы быуаны төҙөкләндереүгә күп көс һалған.

Нимесләр ауылынан Әлфирә Нурғәлиева бесәнселәр тарафынан осраҡлы рәүештә табылған шишмәне тәртипкә килтереү ниәте менән ҙур эштәр башҡара.

Яуаплылығы сикләнгән “Агронур”йәмғиәте етәксеһе Айрат Юлмөхәмәтов хеҙмәт кешеләренең эш шарттарын яҡшыртыу буйынса  күләмле эштәр алып бара. Мәҫәлән, уның матди ярҙамы менән Ҡыҙылъяр янғын һүндереү бүлегенә ҡараған бинала йылытыу системаһы алмаштырылған.

         Үҫеп килгән быуын тураһында хәстәрлек күреүселәр ҙә күп Нуриман районында.

         “Атайсал – кесе Ватан” проекты үҙ эшен дауам итә. Киләсәгебеҙ хаҡына мәрхәмәтлек ҡылыусылар һаны арта бара. Изге эштең иртәгәһе яҡшы, ти халыҡ.

Автор:Рита Биктимирова, Нуриман районы. Фото “Красный Ключ. Нуриман” гәзите сайтынан алынды.
Читайте нас: