Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
3 Июнь 2022, 15:36

Тыуған ауылын яратҡан шәхес

Ауыл ерендә проблемалар һәр ваҡыт етерлек. Ауыл халҡына уларҙы хәл итергә депутаттар ҙа ярҙамға килә. Шундайҙарҙың береһе  – Үктәй ауыл Советы депутаты Салауат Мостафин.

Тыуған ауылын яратҡан шәхес
Тыуған ауылын яратҡан шәхес

Ауыл ерендә проблемалар һәр ваҡыт етерлек. Ауыл халҡына уларҙы хәл итергә депутаттар ҙа ярҙамға килә. Шундайҙарҙың береһе  – Үктәй ауыл Советы депутаты Салауат Мостафин.

Салауат Иглинда тыуған, 1-се мәктәптә белем алған.  95-се һанлы һөнәри-техник училищела  – водитель, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәрен үҙләштергән. Ваҡыты булыу менән ул Келәш ауылына - олатаһы һәм өләсәһе янына ҡайтып йөрөргә, уларға хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә ваҡыт тапҡан. Салауат бала сағынан уҡ ауылды ярата, ниндәйҙер сихри көс уны гел бында тартып торор була. Үҫә төшкәс, егет йәйҙәрен Келәш кирбес заводында эшләп алған аҡсаһына үҙенә кәрәкле әйберҙәр һатып алған.

Училищенан һуң Салауат армияға алына. Краснодар крайының Анапа ҡалаһында сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частарында уҡыу курстары үтә. Унан  хеҙмәтен Төньяҡ Кавказ хәрби округында дауам итә.

Демобилизацияланғандан һуң, егет тыуған ауылына ҡайта, бер йылдан һуң өйләнә. Мостафиндар өс улға ғүмер биргән - өлкәндәре Артур Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Иглин Эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша һәм уңышлы ғына эшләп йөрөй. Өйләнгән, ҡатыны менән ҡыҙ үҫтерәләр. Уртансылары Данис та, тыуған ил алдындағы  бурысын үтәп ҡайтҡан. Әлеге ваҡытта төҙөлөш өлкәһендә эшләй. Кеселәре Азат – мәктәп уҡыусыһы, егет хужалыҡ эштәрендә ата-әсәһенең ныҡлы ярҙамсыһы.

Мостафиндар биш йыл элек Келәш ауылына күсенә, бында яңы  йорт төҙөп инәләр. Хужалыҡтарында ат, һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт тоталар. Ғаилә башлығы быйыл умартасылыҡ  менән дә шөғөлләнергә ниәтләй.

Салауат Келәшенә һәм ауылдаштары яҙмышына битараф түгел. Шуға күрә келәштәр уны депутат итеп һайлай һәм яңылышмай. Ауыл проблемалары тураһында депутат ишетеп кенә белмәй, уларҙы хәл итеү өсөн ул бөтә көсөн, ваҡытын һала. Салауат һәр кемде иғтибар менән тыңлай, бер ҡасан да үтенесте кире ҡаҡмай. Хәл итә алмағандарын район хакимиәтенә еткерергә тырыша.Депутатҡа еңел булмаған эшендә ауылдаштары ла ярҙам итә. Үҙ эшмәкәрлеге тураһында һөйләргә яратмаған депутат Салауат Мостафин һайлаусыларының мәнфәғәтендә тырышып эшләй. Ауылдаштары уға бик рәхмәтле. Әйткәндәй, уның атаһы, өлкән Мостафин да  заманында әүҙем депутат булған. 

– Беҙҙә халыҡ бик татыу халыҡ йәшәй, – ти Салауат. – Әгәр ниндәйҙер эш килеп сыға икән, улар уны дәррәү күтәреп ала. Мәҫәлән, урындағы мәсет төҙөлөшөнә Келәш һәм Иҫке Ҡарашиҙе халҡы ҡулынан килгәнсә аҡсалата өлөш индерҙе.

Салауат Мәғәфүр улы – урындағы сараларҙың башлап йөрөүсеһе, бағыусыһы ла. Байрамдарҙы күп ваҡыт Меңйетәр мәҙәниәт йорто  хеҙмәткәрҙәре биҙәй. Яҡын-тирәләге ауыл халҡы ла байрам сараларынан ситтә ҡалмай. Һәр йыл Салауат балаларға Яңы йыл бүләктәре тарата.

Салауат Мостафин башланғысы менән ауылға ингән урында «Я люблю Кляшево» арт-объекты – кесе тыуған илгә һөйөү билдәһе барлыҡҡа килде. Асыҡ төҫтәргә буялған стела алыҫтан күренеп тора. Депутат ярҙамы менән ауылда балалар майҙансығы ла ҡуйылды.

Ағымдағы йылдың мартында Келәштә «Дуҫлыҡ» тимур командаһы ойошторолдо. Уларҙың төп маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә изгелек, мәрхәмәт, шәфҡәтлелек сифаттары тәрбиәләү. Йәмәғәт ойошмаһын булдырыу идеяһын Салауат Мостафин тәҡдим итте.

Келәштәр быйыл да «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына ҡушылды. Ауыл юлы буйында 500 ҡарағай һәм шыршы үҫентеләренән аллея барлыҡҡа килде.  

– Мин ауылымды яратам һәм уның артабан да үҫеүен, булыуын  теләйем, – ти энергияһы ташып торған депутат.

Ауыл депутаты Салауат Мостафиндың көндәре шулай төрлө мәшәҡәттәр менән үтә. Проблемалар етерлек, иң мөһиме – уларҙы хәл итеү теләге һәм уның эшләү дәрте бар.

Тыуған ауылын яратҡан шәхес
Тыуған ауылын яратҡан шәхес
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: