Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Июнь 2022, 14:41

Байковтар һайлаған һөнәренә тоғро ҡала

Данлы Шишмә ере үҙенең ил кимәлендә билдәле булған данлы шәхестәре, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт династиялары менән хаҡлы ғорурлана. Быйылғы йыл хеҙмәт династиялары абруйын күтәреүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәк булыуын иҫәпкә алып, бөгөн беҙ Ҡалмаш ауылынан бар булмыштарын иң маҡтаулы – механизатор һөнәренә бағышлаған Байковтар династияһы менән таныштырмаҡсыбыҙ

Байковтар һайлаған һөнәренә тоғро ҡала
Байковтар һайлаған һөнәренә тоғро ҡала

Данлы Шишмә ере үҙенең ил кимәлендә билдәле булған данлы шәхестәре, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт династиялары менән хаҡлы ғорурлана. Быйылғы йыл хеҙмәт династиялары абруйын күтәреүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәк булыуын иҫәпкә алып, бөгөн беҙ Ҡалмаш ауылынан бар булмыштарын иң маҡтаулы – механизатор һөнәренә бағышлаған Байковтар династияһы менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Райондың “Победа” колхозында 35 йыл механизатор булып эшләгән Фәнил Байков юлынан ошо уҡ һөнәрҙе уның энеһе Фуат, улдары Азат, Фәнзил һәм ейәне Динар үҙләштергән. Уларҙың барыһы ла техниканы биш бармағылай беләләр, уға идара итеү генә түгел, ә ремонтлауҙы ла үҙҙәре башҡаралар. Ысынлап та, алдынғы, иң тәжрибәле Байковтар тотош район кимәлендә танылыу яулаған тракторсылар династияһы булараҡ күптәргә таныш.  

Ҡалмаш мәктәбенән һуң автомәктәпте тамамлап, армия хеҙмәтендә лә, артабан тыуған колхозына эшкә ҡайтҡан Азат Фәнил улы “Башҡорт – Агроинвест” йәмғиәтендә лә, районда ла маҡтаулы механизаторҙарҙың береһе. Фәнил Ғәйнислам улының кесе улы Фәнзил дә өлкәндәрҙән бер ҙә ҡалышмай. Уға ла техника “ене” кесе йәштән үк ҡағылған була. Гел атаһы янында булышҡан малай был һөнәр нескәлектәренә унан өйрәнеп үҫкән. Йәғни “Атайҙан күргән уҡ юнған...”, тигәндәй, ул да техникаға ылығыуҙы, мауығыуҙы атаһынан ҡабул иткән һәм К-700 тракторын да иртә ауыҙлыҡлаған. “Агро-Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләгән Фәнил Байков ер ҙә һөрә, сәсә лә, иген, сөгөлдөр баҫыуҙарын иңләп буйлай, сәсеүлектәрҙе ашлауҙа ла, утауҙа ла, сөгөлдөр комбайны штурвалы артына ултырып, уңыш йыйыуҙа ла ҡатнаша.

Механизаторҙар династияһының иң йәш вәкиле – Фәнил Ғәйнислам улының ейәне Динар Байковты хеҙмәттәштәре “техника йәнле” йәки “йәш Кулибин” тип тә йөрөтә. Алтын ҡуллы егеткә техникаға булған һөйөү атай-олатайҙарынан күскән. Шуға ла Динар уларҙың  юлын “Агро-Альянс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә лайыҡлы дауам итә.

Ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағындағы бер эш тә иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҫыуҙа тир түккән Байковтарҙан башҡа үтмәй, ниндәй техникаға ултырһалар ҙа, уларҙың ҡулдарынан да килмәгән эше юҡ, райондың ныҡлы таянысы ла улар. Тормошта бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып, бынамын тигән итеп донъя көткән Байковтар үҙҙәренең хеҙмәт династияһын башлаған атаһының юлын дауам итә, Фәнил Ғәйнислам улының эштәренә тап төшөрмәй һәм уны күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән дә дәлилләй.

Байковтар һайлаған һөнәренә тоғро ҡала
Байковтар һайлаған һөнәренә тоғро ҡала
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: