Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Июнь 2022, 13:46

Хеҙмәт династиялары – ғорурлыҡ

Заводтың элекке эшсеһе, бында  42 йыл хеҙмәт һалған Сергей Молоканов "Маҡтаулы хеҙмәт өсөн" миҙалы менән бүләкләнһә, ә уның һеңлеһе тимер пресслау цехы диспетчеры, 22 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Татьяна (Молоканова) Лихачеваға Республика Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаттары тапшырылды

Хеҙмәт династиялары – ғорурлыҡ
Хеҙмәт династиялары – ғорурлыҡ

Берләштерелгән металлургия компанияһының Благовещен заводы  хеҙмәт династиялары менән киң билдәле. Благовещен заводы эшселәренең фиҙакәр хеҙмәте республика кимәлендә йыш тәбрикләнеп тора.

Заводтың элекке эшсеһе, бында  42 йыл хеҙмәт һалған Сергей Молоканов "Маҡтаулы хеҙмәт өсөн" миҙалы менән бүләкләнһә, ә уның һеңлеһе тимер пресслау цехы диспетчеры, 22 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған Татьяна (Молоканова) Лихачеваға Республика Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаттары тапшырылды.

Молоканов-Лихачевтарҙың хеҙмәт династияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронан башланған.Тимер иретеү цехында 40 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Иван Молоканов менән башланып киткән был хеҙмәт династияһын уның балалары, уларҙың тормош иптәштәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә дауам иткән.

 –  265 йыллыҡ тарихы булған предприятиеның тотороҡло үҫеше хеҙмәт династияларының һаҡланыуынан, яңыларының барлыҡҡа килеүенән ҡала. Беҙҙең  абруйлы  Молоканов - Лихачевтар династияһы ла һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, күрһәткән тырыш хеҙмәте менән дан тота. Улар Благовещендың ғына түгел, ә тотош республикабыҙҙың да оло ғорурлығы, – ти Благовещен заводының идара итеү директоры Андрей Доценко.   

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: