Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Июнь 2022, 16:44

Уйҙары – изге, һүҙҙәре – дауа, булмышы – файҙа

Ләйлә апай кеүек сыҙам, бөтмөр, эшкә уңған ҡатындарҙы “тимер ханым”  тиҙәр халыҡта. Үҙенең тырыш тормош юлында ла, уның һикәлтәләре буйлап атлағанда ла, ныҡлы һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барған, Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләте менән эргәһендәге кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра алған, булмышы менән кешегә ярҙам ҡулы һуҙған халыҡ табибәһе Ләйлә Вәлиева тураһында артабанғы һүҙем.  

Уйҙары – изге, һүҙҙәре – дауа, булмышы – файҙа
Уйҙары – изге, һүҙҙәре – дауа, булмышы – файҙа

Ләйлә апай кеүек сыҙам, бөтмөр, эшкә уңған ҡатындарҙы “тимер ханым”  тиҙәр халыҡта. Үҙенең тырыш тормош юлында ла, уның һикәлтәләре буйлап атлағанда ла, ныҡлы һәм ышаныслы аҙымдар менән алға барған, Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләте менән эргәһендәге кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра алған, булмышы менән кешегә ярҙам ҡулы һуҙған халыҡ табибәһе Ләйлә Вәлиева тураһында артабанғы һүҙем.  

Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәгән Ләйлә Хәбибрахман ҡыҙының кешеләрҙең күңел торошон, эске донъяһын дауалау, көслө тетрәнеү кисергәндәргә ярҙам итеү һәләте бар. Үҙенә төрлө ауырыуҙарҙы  еңеп  сығыу юлдарын эҙләп, уларҙы асып биреүгә әүәҫ ҡатын, мөрәжәғәт иткәндәргә ярҙам итә, кәңәштәр бирә.  Ләйлә апай менән аралашҡан һәр кеше үҙендә ниндәйҙер көс-ҡеүәт, ыңғай энергия, әлегә тиклем ауыр йөк булып елкәлә ятҡан проблеманың хәл итеү юлдарын тойомлай башлай. Уның Стәрлетамаҡтағы ҡабул итеү бүлмәһенә килгәндәрҙең күбеһе уға үҙенең хәсрәтен һөйләй ҙә, түгелеп илап ебәрә һәм  күңелендә йыйылып торған төйөрөн аса. Үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙең хәле яҡшырыуын күргән һәм уларҙың еңеллек кисереүен тойған халыҡ табибәһе ярҙамынан ҡәнәғәт ҡала.  

 -Минең  тамырымда әсәйем  яғынан  уҡымышлы олатайым  булған. Уның әйткәндәре күп  ваҡыт раҫ килгән  һәм ауырыу һауыҡҡан. Мин дә был һәләтемде бәләкәйҙән тойомлай инем. Тик күргәндәремде аңлатып һөйләй генә белмәй торғайным. Бер туған ағайымдың ҡыҫҡа ғүмерле буласағын аңлата алмаһам да, әсәйемә гел уны хәстәрләргә, тәмле ризыҡтар менән һыйларға өндәп торғанымды иҫләйем. Кешенең  эске  донъяһы ла, күңел торошо ла  әлегә  тиклем  өйрәнелмәгән  һәм  фән  тарафынан, ғилми  тикшеренеүҙәр  үтмәгән  серле  утрауҙы хәтерләтә кеүек. Шуныһы үкенесле,  ҡайһы берәүҙәр  ошондай  һауыҡтырыу алымдарына ышанып етмәй. Ә  бит күп илдәрҙә, мәҫәлән, Ҡытайҙа  халыҡ  медицинаһына  ҙур  иғтибар  бирелә, күп  ауырыуҙар ваҡытында асыҡлана. Медицина   ни  тиклем  үҫешкән  булһа ла,  беҙ  йәшәгән  донъяның   серле  яҡтары  күп шул. Кешеләргә хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә, олатайымдан мираҫ булып ҡалған һәм уҡып та алған белемем, ҡулымдың тылсымы менән бүлешергә тип ҡылған ниәттәремде бойомға ашыра алыуымдан бик ҡәнәғәт ҡалам,- тип һөйләне Ләйлә Вәлиева.

         Үҙен-үҙе тәҡдим итеп иғлан да бирмәгән, билдәле бер хаҡ та һорамаған Ләйлә Вәлиеваны күптәр таныш - белештәре аша эҙләп табып, уның янына килә. Уларҙы тыңлап, пробле­маларҙың сәбәбен табырға ярҙам иткән апай, үҙенә өмөт бағлап килгәндәрҙе кире бороп сығармай. “Тормошомда барыһы ла яйланды!” – тигән шатлыҡлы хәбәр ишетһә, Хоҙай Тәғәлә биргән һәләтен тейешенсә ҡуллана алыуына тағы бер ҡыуана Ләйлә Хәбибрахман ҡыҙы.

Яҡындарына, үткән­дәренә, бер-береһенә рәнйеп йәшәмәһен ине тигән изге теләктәрҙә була белгән Ләйлә Вәлиева ире Миңдел Сәлимйән улы менән хәләл көткән донъяһынан, тормошта үҙ юлдарын табып, кәрәкле һөнәр һайлай белгән ҡыҙы Лилиә, улдары Азат, Сәлимдән бик ҡәнәғәт. Ғафури районының гүзәл тәбиғәтле Толпар ауылында буй еткергән Ләйлә үҙенә ғүмер бүләк иткән, матур тәрбиә, белем биргән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атаһы Хәбибрахман Динислам улы менән әсәһе Ғәлиә Әхмәҙулла ҡыҙына ҙур рәхмәтле. Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, һәр яңы тыуған көнгә рәхмәт әйтеп йәшәгән ҡатын үҙен яратҡан килен итеп ҡабул иткән ҡайны – ҡәйнәһен дә тик яҡшы яҡтан ғына һағынып иҫкә ала, иренең туғандарын ихлас хөрмәтләй. Белорет педагогия училищеһында бергә уҡыған, Красноусолдағы балалар баҡсаһы коллективында бергә эшләгән йылдарын да ул һағынып, төркөмдәштәрен һәм хеҙмәттәштәрен оло баһалау һүҙҙәре менән телгә ала. Уны рухи яҡтан үҫешкән, бай күңелле шәхес итеп күрә белеүҙәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала ул.

-Ҡайҙа ғына барһам да, кем менән генә осрашһам да янымда гел яҡшы, мәрхәмәтле кешеләр осрап торҙо. Бөгөн дә шулай. Йөрәгем менән тирә-йүндән күңелемә яҡын кешене тоям, ауыр уйҙарҙан арынырға тырышам, улар аҙыраҡ булған һайын, йәшәүе лә шул тиклем еңелерәк. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, Аллаһы Тәғәләнән ярлыҡау һорарға һәм яуыз уйлы кешеләрҙе ғәфү итә белергә кәрәк. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, ауыр саҡта ла, шатлыҡлы мәлдә лә уға һыйыныу, булған тәғлимәттәренә инаныу дәрт-дарман бирә, йәшәү көсө өҫтәй. Барсабыҙға ла бәрәкәтле ишектәр асылһын, татыулыҡта, именлектә, иман менән йәшәргә насип булһын, – тине хушлашҡанда Ләйлә Вәлиева.  

Кешенең күңел һәләтен мин йыл миҙгелдәре менән сағыштырырға яратам. Уның ярһып бурандай ҡоторонған сағы ла, һөйөнөп сәскә атҡан сағы ла, ҡыуанып йәшәргә ынтылған осоро ла, эсе бошоп һағышланған сағы ла була. Ошо миҙгелдәрҙә йәшәп, төрлө мәлдәр кисергән һәр кешегә булышҡан Ләйлә Хәбибрахман ҡыҙы Вәлиева үҙенең тәғәйен­ләнешен фәҡәт кешеләргә файҙа килтереүҙә һәм ярҙам итеүҙә күрә. Тормош үрҙәренә ул көс-ғәйрәттән тыш айыҡ аҡыл, тәрән ғилем, сабыр-түҙемлек менән артыла ла артыла.

Уйҙары – изге, һүҙҙәре – дауа, булмышы – файҙа
Уйҙары – изге, һүҙҙәре – дауа, булмышы – файҙа
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: