Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Июнь 2022, 14:57

“Өйҙә лә, эштә лә яҡшы булһын”,-тигән теләктә Олег Кузнецов

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Благовещен бүлексәһендәге дежур часте биш йылдан артыҡ етәкләгән  Олег Кузнецовтың эше яуаплы һәм ҡатмарлы. Полиция подполковнигы Олег Олегович әйтеүенсә, дежур частә дөрөҫ ойошторолған эштәр ыңғай барһа, билдәле бер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр бер енәйәттең айышына төшөнөп, уны асыу юлдарын да табыу бик мөһим.

“Өйҙә лә, эштә лә яҡшы булһын”,-тигән теләктә Олег Кузнецов
“Өйҙә лә, эштә лә яҡшы булһын”,-тигән теләктә Олег Кузнецов

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Благовещен бүлексәһендәге дежур часте биш йылдан артыҡ етәкләгән  Олег Кузнецовтың эше яуаплы һәм ҡатмарлы.

Полиция подполковнигы Олег Олегович әйтеүенсә, дежур частә дөрөҫ ойошторолған эштәр ыңғай барһа, билдәле бер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Һәр бер енәйәттең айышына төшөнөп, уны асыу юлдарын да табыу бик мөһим. Үҙенең һәм ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәттәштәренең ҡылынған енәйәтте асыуҙың дөрөҫ юлдарын күҙаллауы, килеп тыуған хәлде асыҡлауға һәм уны анализлауға иғтибар итеүе генә һәр эшкә ыңғай йүнәлеш бирәсәк.  Төньяҡ Кавказда, Чечен Республикаһында ла хеҙмәти бурыстарын үтәп ҡайтҡан Олег Олегович етәкселегендә дежур часть хеҙмәткәрҙәре – оператив дежурныйҙар  райондағы оператив хәл-тороштоң үҙгәрештәренә теүәл һәм ваҡытында яуап биреүҙе тәьмин итә.

Әсәһе Галина Николаевнаның миҫалында буласаҡ һөнәрен һайлаған Олег Кузнецов Өфөләге юридик институтты тамамлағандан һуң Свердловск өлкәһенең Ивдель ҡалаһына йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелә. Унда биш йыл эсендә тәжрибә туплап, тыуған ҡалаһы – Благовещенға эшкә ҡайтҡан егетте енәйәт тикшереү бүлексәһенә уполномоченный вазифаһына тәғәйенләйҙәр. 

         Ауырлыҡтарға ҡарамай, үҙ ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, хеҙмәт иткән, иң яҡшы һөнәри һәм кешелек сифаттарын күрһәткән Олег Кузнецовты ҡатыны Әлиә Муллаян ҡыҙы улдары Егор, Глеб һәм Игорь менән эштән һағынып көтөп ала. Гел генә тәтемәгән ял, байрам көндәрен дә бергә үткәрергә күнеккән ғаилә ағзаларының уртаҡ эштәре һәм шөғөлдәре лә бар.  

-Эш менән ғаиләне берләштереү иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе тип уйлайым. Сөнки йөрәктә уларҙың икеһе өсөн дә оло яуаплылыҡ хистәре йәшәй. Улдарымды патриотик рухта, ысын ил һаҡсылары итеп тәрбиәләүгә күп көс түгәм,- тине хушлашҡанда Олег Кузнецов.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: