Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
21 Июль , 10:00

Караваевтарҙың эшһөйәр династияһы

Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылында Благовещен районының Иҫке Надеждин ауылында йәшәгән Караваевтар тураһында ла һөйләп була.

Караваевтарҙың эшһөйәр династияһы
Караваевтарҙың эшһөйәр династияһы

 Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылында Благовещен районының Иҫке Надеждин ауылында йәшәгән Караваевтар тураһында ла һөйләп була.

 Байтаҡ йылдар дауамында «Успех» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте етәкләгән, абруйлы Елена Абрамованың исеме лә, уның егәрле, уңған, алдынғы ҡарашлы етәксе булыуы ла күптәргә билдәле. Караваевтар династияһын тулыландырған атаһы Владимир Караваев, улы Андрей Сергеевич та механизатор вазифаһында уңышлы эшләй һәм ауыл хужалығы тармағына үҙенең тос өлөшөн индерә. Елена Владимировнаның олатай-өләсәйҙәре  Мария Филипповна, Пётр Фёдорович, Ксения Сергеевна, Василий Михайлович та Пушкин колхозында, артабан исеме үҙгәртелгән «Усинский» совхозында тырышып эшләп, бөгөн иһә «Успех» йәмғиәтендә улар башлаған эшкә тап төшөрмәгән балаларына, ейәндәренә матур башланғыс ҡалдырыуға, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән.

Караваевтар нәҫеле ғаилә хеҙмәт традицияларын тергеҙеүгә, һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында Благовещен районында ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе менән хөрмәтле.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в