Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
22 Июль , 09:13

Йәнтөйәк матурлығы сағыла

Бар ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған фельдшер, оҙаҡ йылдар Благовещен үҙәк район дауаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Антонина Ивановна Асееваны ҡалала белмәгән кеше юҡ

Йәнтөйәк матурлығы сағыла
Йәнтөйәк матурлығы сағыла

Бар ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған фельдшер, оҙаҡ йылдар Благовещен үҙәк район дауаханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Антонина Ивановна Асееваны ҡалала белмәгән кеше юҡ. Уның хәстәрлекле ҡулдары аша үткән благовещендар кәрәк саҡта күрһәткән беренсе ярҙамын, ваҡытлы бирелгән кәңәшен дә онотмай, һөнәренә тоғро яҡташын оло хөрмәт менән иҫкә ала.

Антонина Ивановнаны күптәр һәүәҫкәр рәссам булараҡ та, танып белә.  Әлеге мәлдә Благовещен ҡала мәҙәниәт һарайында урынлаштырылған уның рәсемдәр күргәҙмәһендә ғәзиз тыуған яҡҡа йылы хистәре, мөхәббәте сағыла, йырлап торған был картиналарҙа йәнтөйәктең матурлығына дан йырлана. Һәләтле яҡташыбыҙ Антонина Асееваның рәсемдәр күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в