Йәйғор
+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
4 Август , 20:42

Бәшмәк – файҙалы ла, хәүефле лә аҙыҡ

Йыл ямғырлы булыу сәбәпле быйыл бәшмәктәр ғәҙәттәгенән күпкә иртә сыҡты. «Тыныс һунар» яратыусылар урмандарға ашыҡты. Урман уңышы һатыуға ла сыҡты. Һатыу киштәләрендә майлы, ҡарама һәм башҡа бәшмәктәр күренә.

Бәшмәк – файҙалы ла, хәүефле лә аҙыҡ
Бәшмәк – файҙалы ла, хәүефле лә аҙыҡ

Калинин ауылында йәшәүсе Людмила Влезлова һатып алыусыларға майлы бәшмәк тәҡдим итә.

– Был бәшмәктәр быйыл бик иртә сыҡты, ғәҙәттә улар көҙ яҡынлашҡанда ғына баш төртә, – ти тәжрибәле бәшмәксе Людмила Викентьевна. –  Һауа торошо безгә сюрприз эшләне.

Людмила Влезлова бәшмәктәр менән бала саҡтан таныш. Ул матур тәбиғәтле Пушкин ауылында тыуған, бәләкәй саҡтан ул өләсәһе менән урмандарға йөрөргә яратҡан, ҡоштар йырын, яфраҡтар шауын  тыңлай-тыңлай еләк-емеш, төрлө бәшмәктәр йыйған.

«Тыныс һунар»ҙы бала саҡтан үҙ иткән Людмила бөгөнгә ҡәҙәр мауығыуына тоғро ҡала. Бәшмәк миҙгеле етеү менән урманға ашыға. Ҡатын һәр эшләпәле аҙыҡты үҙенең биш бармағындай яҡшы белә.

Әлеге ваҡытта Людмила хаҡлы ялда, уның хәҙер буш ваҡыты күберәк. Ул ире (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы бер нисә йыл элек вафат булған) менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар барыһы ла Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Людмиланың ике ейәне һәм өс ейәнсәре бар. Һәр ял, байрам һайын балалары ғаиләләре менән ауылға әсәйҙәре яннына ашыға, уға хужалыҡ буйынса ярҙам итә. Ҡатын ҙур булмаған хужалығында тауыҡ тота, баҡса үҫтерә. Людмила менән урманға балаллары ла йөрөй.

– Бәшмәк йыйыу – хәүефһеҙ түгел, – тип кисәтә тәжрибәле бәшмәксе. – Белмәгән бәшмәктәрҙе йыйырға ярамай, уларҙың ҡай берҙәренә ялағас ҡул менән тотоноу ҙа ағыулануыға килтерергә мөмкин. Ҡарт, артыҡ өлгөргән йәки билдәләре асыҡ күренмәгән үтә йәш, шулай уҡ автомобиль юлдарына яҡын үҫкән бәшмәктәрҙе йыймағыҙ. Ҡоролоҡ ваҡытында йыйылған бәшмәктәр ҙә ҡурҡыныслы: эҫелә уларҙа матдәләр алмашыныуы үҙгәрә, һәм ағыулы матдәләр туплана. Йыйылған бәшмәктәрҙе тиҙ арала эшкәртергә кәрәк, юғиһә бөтә хеҙмәтегеҙ юҡҡа сығасаҡ. Һәм шуны ла онотмағыҙ: бәшмәктәр менән аҙыҡтарҙы дөрөҫ әҙерләгәндә генә улар файҙалы.

Әйткәндәй, бәшмәк – ит, май, еләк-емеш, хатта дарыуҙы ла алмаштыра алған берҙән-бер тәбиғи аҙыҡ.Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бәшмәк ашарға яратҡан кешеләрҙең ғүмере оҙоная һәм төрлө ауырыуҙарға – диабетҡа, аллергияға, ревматизмға, яман шешкә лә ҡаршы тороу көсө арта. Бәшмәк – файҙалы ла, шул уҡ ваҡытта иң хәүефле аҙыҡтарҙың береһе. Йыл һайын әллә күпме кеше бәшмәктән ағыулана. Һаҡ булығыҙ!

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас в