Йәйғор
+25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
4 Август , 20:50

Батырҙарға мәңгелек дан

Шишмә районы тағын бер батыр-яуғир Данис Әфҡәт улы Вәлиев менән хушлашты. Яңы Ябалаҡлы ауылында, ябай ғаиләлә 2001 йылдың 8 ғинуарында тыуған Данис. Дурас мәктәбен тамалағас, уҡыуын Башҡорт агросәнәғәт колледжында дауам итеп, автомеханик һөнәренә эйә була. 2020 йылдың 21 июнендә Шишмә районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 10103-сө хәрби часть батальонының диңгеҙ пехотаһы ротаһында хеҙмәт итә. 2022 йылдың июнендә махсус операция барышында хәрби бурысын үтәү өсөн ебәрелә.

Батырҙарға мәңгелек дан
Батырҙарға мәңгелек дан

21 йәше саҡ тулған, типһә тимер өҙөрҙәй йәш егет хәрби антҡа тоғоро ҡалып һәләк була. Икенсе статья старшинаһы, диңгез пехотаһы отделениеһы пулеметсыһы Данис Әфҡәт улы Вәлиев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана. Батыр менән хушлашырға туғандары, класташтары, ауыл халҡы, хеҙмәттәштәре килгәйне.

– Ватаныбыҙ тағы ла бер ысын улын юғалтты. Хәрби бурыс үтәүҙе ул үҙенең ғүмеренән дә өҫтөн ҡуйҙы, йәш быуын өсөн үрнәк булды. Ата-әсә өсөн әйтеп бөткөһөҙ ҡайғы. Кәримә Тәлғәт ҡыҙы, Әфҡәт Рифҡәт улы һеҙгә сабырлыҡ теләйем. Данис Вәлиевтың батырлығы онотолмаҫ, – тине район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров.

Батырҙың исемен мәңгеләштереү тураһында тәҡдим булды.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы
Читайте нас в