Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
5 Декабрь 2022, 16:12

Полицияла хеҙмәт итергә тейешмен!

– тиҙәр Иглин районы эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ инспекторҙары – полицияның өлкән лейтенанты Элина Хәлимова һәм полиция капитаны Гөлсәсәк Казимова.

Полицияла хеҙмәт итергә тейешмен!
Полицияла хеҙмәт итергә тейешмен!

Погонлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы хоҡуҡ тәртибе системаһының төрлө структураларында күрергә мөмкин. Рәсәй эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегендә 174 хеҙмәткәр, шуларҙың 40 процентын гүзәл зат вәкилдәре тәшкил итә. Улар төрлө вазифалар биләй. Улар араһында – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының пропаганда буйынса инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Элина Хәлимова, ЮХХДИ бүлексәһенең административ ҡануниәтте үтәү инспекторы, полиция капитаны Гөлсәсәк Казимова.

Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр менән бер рәттән, үҙ иңдәрендә еңел булмаған хеҙмәт йөгөн лайыҡлы үтәй. Бөтә хеҙмәткәрҙәргә лә талаптар бер төрлө: улар яҡшы атырға, яҡшы физик әҙерлеккә эйә булырға, көрәш алымдарын белергә тейеш...

Элина Фуат ҡыҙы һәм Гөлсәсәк Фларис ҡыҙы эске эштәр органдарына хеҙмәткә төрлө юлдар менән килә.

Элина Хәлимова 18 йәшенән хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә. 2008 йылда ул ике туған апаһы үрнәгендә милицияға килә. Элина Өфөлә тыуған, шунда уҡ мәктәпте, политехник техникумын һәм Мәскәү дәүләт индустриаль университетын «юрист» һөнәре буйынса тамамлаған. Хеҙмәтен ул Өфөнөң Орджоникидзе районы ведомствонан тыш һаҡ бүлеге милиционеры вазифаһында башлай. 2018 йылда ул Рәсәй эске эштәр министрлығының Иглин районы бүлегенә дежур часының оператив дежур ярҙамсыһы булып күсә. 2019 йылда ЮХХДИ-ның административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. 2021 йылдан алып юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы булып эшләй.

– Граждандарҙың төрлө категориялары менән эшләргә тура килә, – тип һөйләй Элина Фуат ҡыҙы. – Үҙ эшемдә тәрбиә һәм профилактика алымдарын ҡулланам. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында даими рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө саралар ойошторам, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән әңгәмәләр үткәрәм. Бөтә сараларҙы социаль селтәрҙәрҙә яҡтырта барам.

Райондың бөтә белем биреү учреждениеларында хәрәкәттең йәш инспекторҙары отрядтары ойошторолған, ҡайһы берҙәрендә хатта бер нисә. Йәш инспекторҙар «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы», «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» зона, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Уҡыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, медицина әҙерлеге, велосипедты фигуралы йөрөтөү, йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм ижади конкурстар буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл  5-се мәктәптең «Бишенсе драндулет» командаһы «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы»республика конкурсының зона ярымфиналында өсөнсө урын алды. Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә ҡарата бик күп саралар үткәрелде. Ул ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.

– Балалар юл-транспорт йәрәхәттәрен иҫкәртеү – бик мөһим эш, уның мәғәнәһе кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ҡайтып ҡала, – ти Элина.

ЮХХДИ бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспекторы, полиция капитаны Гөлсәсәк Ҡазимова Саҡмағош ауылында тыуған. Бәләкәй сағында уҡ ул милиция хеҙмәткәре булырға хыяллана. Мәктәп йылдарында һәр ваҡыт көсһөҙҙәрҙе яҡлай, ғәҙел, намыҫлы була. Үҙен йыш ҡына милиция хеҙмәткәре итеп күҙ алдына килтерә, мохтаж булыусыларға ярҙамға ашыға. Мәктәптән һуң хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһына уҡырға инә, «Енәйәт хоҡуғы өлкәһендә юрист» һөнәре буйынса диплом ала.

Казимова эске эштәр органдарына 2005 йылда килә. Өфө ҡалаһының Калинин районы эске эштәр бүлегендә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып хеҙмәт итә башлай. Бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнә, үҫмерҙәрҙең енәйәт һәм енәйәт ҡылыуына булышлыҡ иткән шарттарҙы асыҡлай, шул уҡ ваҡытта уларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлай. Артабан шул уҡ бүлектә дознаватель һәм өлкән дознаватель булып эшләй. 2021 йылда Иглин районына, ЮХХДИ бүлексәһенә күсә.

Административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор граждандар, дәүләт инспекторҙары менән эшләй. Административ материалдарҙы дөрөҫ төҙөү, уларҙы базаға ваҡытында индереү, протоколдарҙы материалдың үҙенсәлектәренә ҡарап судҡа йәки бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәреү – бөтәһен дә инспектор контролдә тота.

– Административ ҡануниәттә йыш ҡына үҙгәрештәр була, төҙәтмәләр индерелә, – ти Гөлсәсәк Фларис ҡыҙы. – Улар хаҡында хәбәрҙар булырға кәрәк. Минең эшем бер урында ғына торорға мөмкинлек бирмәй, даими камиллаштырыуҙы талап итә.

ЮХХДИ бүлексәһендә 14 кеше эшләй, шуларҙың дүртәүһе – ҡыҙҙар.

– Ирҙәр коллективында эшләү ауыр түгел, – ти полиция офицерҙары. – Коллектив дуҫ, барыһы ла бер-береһенә ярҙамлаша, кәңәштәр бирә.

Элина Фуат ҡыҙы һәм Гөлсәсәк Фларис ҡыҙы хоҡуҡ һаҡлау структураһына эләгеүҙәренә үкенмәй. Иң мөһиме, һөнәрҙәре уларға оҡшай. Улар – көслө характерлы, һәләтле, сыҙамлы ҡатын-ҡыҙҙар, бер ҡасан да ауырлыҡтарға зарланмайҙар.

Бүлек хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары иғтибарһыҙ ҡалмай. Хеҙмәт бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм юғары күрһәткестәре өсөн Элина Хәлимова менән Гөлсәсәк Казимова бер нисә тапҡыр полиция бүлеге, район хакимиәте етәкселеге тарафынан дәртләндерелде, ведомство наградалары – төрлө дәрәжәләге «Хеҙмәттәге отличие өсөн» миҙалдары менән билдәләнде.

Эш тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, офицерҙар буш вҡыттарын ғаиләләре менән үткәрергә тырыша, уларҙың һәр береһендә ул үҫә.

Элина Фуат ҡыҙы һәм Гөлсәсәк Фларис ҡыҙы полицейский һөнәре – иң лайыҡлы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, шуға күрә улдарыбыҙ ата-әсәләре юлынан китһә, уларға ҡамасауламабыҙ, тиҙәр.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: