Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Декабрь 2022, 08:35

Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше

Ғүмеренең һәр үренә артыла килә матурлыҡтың иге лә, сиге лә юҡлығына  инанып, булғанына шөкөр итеп йәшәй белгән апай менән таныштым әле. Изге күңелле кеше генә матурлыҡты күрә, тоя, белә алалыр ҙа, уға матурлыҡты күрергә мөхәббәт тә мәжбүр итәлер. Мөләйем, хәстәрлекле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, ябай, алсаҡ  Мөнирә Назырова кеүек ихлас кешеләр – тормош йәме. Һөйгән йәренең яратып өндәшкән наҙлы һүҙҙәре, ғәзиз балаларының ихлас йылмайыуҙары, барлыҡ туғандары менән тығыҙ аралашып, ярҙамлашып йәшәүҙәре менән ул күптәргә ысын өлгө.

Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше
Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше

Сәсте сәскә бәйләп...

Билдәле яҙыусы Ринат Камал әйтеүенсә «Ир менән ҡатын бер-береһен әүлиә урынына күрһә генә тормош уңа, ғаилә ныҡлы була». Ғаилә башлығы Радик Әҙхәт улы Өфөлә тыуған, ә Мөнирә Әлшәй районының Тәүәтәй ауылы ҡыҙы. Ике йәш йөрәк, Өфө районының Алексеевка совхозында эшләгән осорҙа танышып, дуҫлаша.1991 йылда бер-береһенә татлы вәғәҙәләр биреп ҡауышҡан, сәстәрен-сәскә бәйләгән йәштәр тураһындағы мөхәббәт тигән китаптың тик уларға ғына бағышланған өр-яңы бите яҙыла башлаған. Тап ошо мәлдән алып, Назыровтарҙың  булдыҡлы, тырыш һәм татыу ғаиләһе барлыҡҡа килгән. Утыҙ йылдан ашыу гөрләтеп донъя көткән ғаиләне белмәгән кеше бик һирәктер. Ошо йылдар эсендә бер – береһен хәстәрләп, рәхәтен, ҡыйынын бергә кисереп, хәләл тапҡан икмәгенә улын, ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереп, оло йәштәге ата-әсәләренә хөрмәт күрһәтеп, уларҙы мәңгелек йортҡа оҙатҡандар.

-Тормоштан йәм табып, үҙ-ара аңлашып, бер-береңде ғәфү итеп,  килешеп йәшәй белһәң генә донъя йәмле. Ниндәй эшкә тотонһаҡ та, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡманыҡ. Сөнки һәр уңышһыҙлыҡ артынан ҙур-ҙур уңыштар килеүен үҙ елкәбеҙ ҙә тоя инек. Бары тик бирешмәҫкә, бер-береңә терәк-таяныс булырға һәм тырышырға ғына кәрәк. Шул саҡта ғына һәр хеҙмәттең емеше татлы һәм тос була. Бөгөн бәхетле ғүмер кисереү өсөн тормошта үҙ урынын тапҡан – улыбыҙ Илмир, киленебеҙ Бүләк, ейәнсәребеҙ Сәмирә, ҡыҙыбыҙ Эльвина, ике яҡлап та туғандарыбыҙҙың һау - сәләмәт, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булыуы, үҙе бер оло бәхет. Йәш барған һайын, тормоштоң мәғәнәһен дә, матурлығын да нығыраҡ аңлайһың, яҡындарыңдың ҡәҙерен беләһең, – ти йөҙҙәренән нур бөркөлөп торған Назыровтар. 

 Ҡулынан да, теленән дә килә

Ғаилә ҡото ҡатын-ҡыҙҙың рух көсөнә, зирәклегенә, уңғанлығына бәйле. Ир ҡатыны булыу - үҙе бер һөнәр! Уйҙары, күңеле таҙа булған Мөнирә Динислам ҡыҙы тормошон тик  изге эштәргә йүнәлтеп, башҡаларҙан көнләшмәй, кеше шатлығына тик шатланып йәшәй белә. Вәғәҙә биреп, никахлашып өйләнешкән пар булараҡ, улар ире Радик Әҙхәт улы менән ваҡлыҡларҙан өҫтөн, матур ирле - ҡатынлы булып бер юлдан атлай, ғаиләһенең яҙмышын үҙе яҙа, рухи ҡәлғәһен сабыр ғына итеп үҙе төҙөй.

Балалары, ейәнсәре, туғандары, ҡоҙа – ҡоҙағыйҙары, дуҫтары менән яҡшы мөнәсәбәттә булған һөйкөмлө, мөләйем сырайлы Мөнирә апай әүҙем, сәләмәт тормош алып бара. Эшендә яуаплы, хәстәрлекле, ярҙамсыл булғаны өсөн хеҙмәттәштәре лә уны ихлас күңелдән хөрмәт итә. Алексеевка коммуналь идаралығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә 22 йылға яҡын хисапсы – кассир вазифаһында эшләгән апайыбыҙ ауыл халҡының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү буйынса килеп тыуған сетерекле һорауҙарына ентекле итеп яуап бирә. Уға мөрәжәғәт иткәндәр Мөнирә Динисламовна менән һөйләшеүҙән, ул биргән кәңәш, йылы һүҙҙән ҡәнәғәт ҡала.

Тыуған ере менән бәхетле

Башҡортостан тәбиғәтенә лә ғашиҡ ул Мөнирә апай. Мөғжизәгә тиң республикала йәшәүе менән ул үҙен бик бәхетле тип иҫәпләй. Йыл әйләнәһенә тәбиғәткә сығып, үҙенә илһам ала. Үҙен тәбиғәт кешеһе тип һанағанға күрә уны һәр миҙгелдең  матурлығы ылыҡтыра. Күҙәтеүсән апайыбыҙ өсөн ҡыштың сасҡау һыуыҡтары, ыжғыр бурандары, бәҫкә төрөнгән ағастары, ап-аҡ ҡарҙары менән, яҙ тирә-яҡты йәшеллеккә күмеүе, йәй көнө төрлө-төрлө сәскәләре, йылғала һыу кереүҙәре, еләк-емештәре менән арбаһа, көҙ инде бар тирә яҡты алтынға һәм башҡа асыҡ төҫтәге ҡыҙғылт буяуҙарға буяп ҡуйыуы уның өсөн иң матур күренеш.

         Улар ғаиләһе менән Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәт мөйөштәренә, тыуған ере - Әлшәй яҡтарына сәйәхәт ҡыла, урман-яландарға барып, саф һауа һулап, емеш-еләк, миндек йыйып ҡайта.

Ҡулынан килмәгән эше юҡ

Күркәм йорттарындағы бөхтәлек, таҙалыҡ хужабикәнең өлгөрлөгө, уңғанлығы тураһында һөйләй. Бар эшкә лә оҫта Мөнирә Назырова ғаиләһен хәләл ризыҡтар әҙерләп, милли аш-һыу бешереп һыйлай. Ҡул эштәре бәйләү,  матур гөлдәр үҫтереү ҡатындың кәйефен күтәрһә, ә байтаҡ йылдар “Здравица”, әлеге көндә “Йәшмәләр” башҡорт халыҡ ансамблендә шөғөлләнеүе уны йәшәтә һәм йәшәртә. Төрлө байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа, мәҙәни кисәләрҙә халыҡҡа йыр-моң өләшкән, боронғо йолаларҙы тергеҙгән, быуындар бәйләнешенең өҙөлмәүен тәьмин иткән коллективта Мөнирә апай мөһим урын тотоп тора.  Эшлекле был ханымда иҫ киткес моң һәм дәрт йәшәй. Уның моңло тауышы тамашасы күңеленең иң нескә ҡылдарына ҡағыла.

Хәтирәләр күңелде йылыта

Төрлө хәтирә – иҫтәлектәргә йыш бирелә Мөнирә апай. Һағынып һөйләрлек бик ҡәҙерле мәлдәр ууның күңел түренән ныҡлы урын алған.

-Әсәйем Мәликә Мөхәммәт ҡыҙы бәләкәйҙән башҡорт моңон, башҡорт рухын һөйөргә өйрәтте. Һәр бер һүҙгә таҡмаҡ ҡойған яҡын кешем менән ваҡытты күңелле итеп үткәрә торғайныҡ. Мин дә ошо үҙенсәлекле донъяға ылыҡтым, шуға ла йыр – моңға һөйөүем ана шул бала саҡтан килә лә инде. Шөкөр, әле лә йырға ҡарата һөйөү һүрелмәй, киреһенсә, артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә бара. Ғөмүмән, әйткәндә атайым Динислам Ислам улы, әсәйем Мәликә Мөхәммәт ҡыҙы янында Зөһрә, Римма апайҙарым, Мәғәфүр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде), Мөнир ағайҙарым, Заһир ҡустым менән үткәргән мәлдәр – ғүмеремдең онотолмаҫ минуттары. Мине үҙ ҡыҙҙарылай итеп ҡабул иткән ҡәйнәм Шәкүрә Тимерйән ҡыҙы менән ҡайным Әдхәт Хәзивәли улының менән үҙ-ара килешеп, татыу  ғүмер итеүе, динебеҙгә ихтирамлы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап, шәриғәт ҡанундарын үтәп йәшәүҙәре бөгөнгө көндә беҙҙең тормошта ла сағыла.  Беҙ ҙә уларҙың миҫалында балаларыбыҙҙы бәләкәйҙән әҙәпкә, бүтәндәргә ҡарата миһырбанлыҡҡа,  олоно – оло, кесене – кесе итергә өйрәтеп үҫтерҙек. Әле инде иң ҙур шатлығыбыҙ - һигеҙ айлыҡ ейәнсәрем Сәмирәне һөйөп кинәнәбеҙ, - тип һөйләне Мөнирә Динислам ҡыҙы.

Имен-аман йәшәргә лә, йәшәргә!

         Өфө районының Алексеевка ауылында йәшәгән Назыровтар ғаиләһе үҙенсә бәхетле, уларҙың үҙенә генә хас шатлығы, матурлығы бар. Йәш саҡтағы кеүек бер-береһенең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарын бергә күтәреп, иңгә-иң терәп, ғүмер үренә илткән уртаҡ һуҡмаҡтан етәкләшеп алға атлай улар. Йәнәшәлә барған яҡындары уларҙың йәшәү асылын биҙәй һәм “Ғаилә ул – көс туплаусы нур – йомғаҡ” әйтемен иҫбатлай.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: