Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
16 Декабрь 2022, 11:53

«Халыҡ шәфҡәт туташы»Иглинда эшләй

Иглин үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы Роза Исламова «Электрогазета» иғлан иткән «Халыҡ медицинаһы шәфҡәт туташы» конкурсы йомғаҡтары буйынса республикала икенсе урын яуланы.

«Халыҡ шәфҡәт туташы»Иглинда эшләй
«Халыҡ шәфҡәт туташы»Иглинда эшләй

Конкурстың муниципаль этабында еңеү яулап, Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙы финалға сыҡты. Уны йөҙәрләгән иглин халҡы хупланы. Уларҙың тауыштары Исламоваға конкурс призеры булырға ярҙам итте.

Рентген лаборанты булып Роза Исламова күп йылдар эшләй. Ул һөнәрен дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа ғына түгел, ә хәрби шарттарҙа ла (икенсе Чечен кампанияһы) камиллаштыра. Уның хәрби наградалары бар. 2014 йылдан алып ул гуманитар конвой составында Луганск халыҡ республикаһында бер нисә тапҡыр булды.

Роза Әхмәтгәрәй ҡыҙының еңеүе уның юғары профессионализмында, пациенттар менән уртаҡ тел таба белеүҙә, ауырыуҙарға шәфҡәт күрһәтеүҙә, әүҙем тормош позицияһында. Был конкурс һөҙөмтәһендә күренә – яҡташтары уның өсөн 937 тауыш биргән.

«Халыҡ шәфҡәт туташы»Иглинда эшләй
«Халыҡ шәфҡәт туташы»Иглинда эшләй
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: