Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
26 Ғинуар 2023, 10:25

Доставалов исемендәге батальон яугиры Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Игорь Ҡорбановты бүләкләү тураһындағы указға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Ҡыйыу яугир Иглин районынан.

Доставалов исемендәге батальон яугиры Суворов миҙалы менән бүләкләнде
Доставалов исемендәге батальон яугиры Суворов миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Игорь Ҡорбановты Суворов миҙалы менән бүләкләнеләр. Был хаҡта «Башҡорт батальоны»т елеграм-каналында яҙып сыҡтылар.

Игорь Ҡорбанов идаралыҡ бүлексәһе командиры урынбаҫары, Доставалов исемендәге башҡорт батальонының 6-сы ротаһы тоҫҡаусы-операторы.

Яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Ил башлығы указында шулай тип яҙылған.

Игорь Ҡорбанов Иглин районының Алатор ауылында тыуып үҫкән һәм уҡыған.

Батыр яҡташыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: