Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
9 Февраль 2023, 09:32

Йылылыҡ бөрккән хаттар...

Башҡортостандан Шайморатов батальоны яугиры уға хат яҙған ҡыҙыҡай менән осрашты. Уҡыусы ҡыҙҙың яҙмаһы яугиргә көс һәм йәшәргә дәрт биргән.

Йылылыҡ бөрккән хаттар...
Йылылыҡ бөрккән хаттар...

Башҡортостандан Шайморатов батальоны яугиры уға хат яҙған ҡыҙыҡай менән осрашты. Уҡыусы ҡыҙҙың яҙмаһы яугиргә көс һәм йәшәргә дәрт биргән.

         Рәсәйҙәге мәктәп уҡыусылары өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәргә хаттар яҙа. Ихлас күңелдән яҙылған хаттар, балаларҙың изге теләктәре мобилизацияланған һалдаттарға яҡшы кәйеф, рух күтәренкеге өҫтәр, тип ышана улар.  Балаларҙың “Беҙ һиңә ышанабыҙ! Еңеү яулап ҡайт!” тигән матур теләктәрен, күңел йылыһын ҡушып яҙған хаттары араһында Өфө районының Дмитриевка мәктәбенән Элина Ҡәнәфиеваның хаты бар. Элинаның хаты Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугире Гукас Мкртчянға барып еткән.

-Хатты уҡығас, күҙҙәрем йәшләнеп китте. Уның һәр һүҙе йөрәккә үтеп инерҙәй итеп яҙылған. Күңелде йылытырҙай ошо хат авторы булған ҡыҙҙы ҡатыным Жасмин Мельсиковна менән эҙләп табырға булдыҡ. Һәм бына беҙ Элина уҡыған Дмитриевка мәктәбенә килеп, уның үҙе менән таныштым, рәхмәт һүҙҙәремде, сәскә гөлләмәһе һәм бүләгемде тапшырҙым. Фронттағы хаттар ғәйәт ҙур патриотик күтәрелеш тыуҙыра, еңеллек тойғоһон бирә. Уларҙы ҡулға алып уҡыу менән, беҙҙе тыуған яҡта көтөүҙәрен аңлайбыҙ һәм өйгә имен – аман ҡайтырбыҙ, еңербеҙ, тип ышанабыҙ. Был хатты ике йөҙ тапҡыр окоптарҙа уҡыным. Һалдаттарға тип атап яҙылған хаттар юғалмай, ә балаларҙың һүрәттәрен водителдәр йыш ҡына машиналар кабинаһына урынлаштыра, – тип һөйләне әле яңыраҡ йыраҡ Украинанан ҡайтҡан Гукас Мкртчян.

Башҡортостанда ирекле батальон ойоштороласағы билдәле булғас, героик олаталары өлгөһөндә үҫкән Гукас Мкртчян тәүгеләрҙән булып уға инергә ғариза биргән. Эске эштәр министрлығы өлкәһендә эшләгән Гукас Мишаевич 1995-1996 йылдарҙа Кавказ аръяғында ҡыҙыу нөктәлә хеҙмәт иткән.

         -Беҙ берҙәм саҡта - беҙ еңелмәҫ! Беҙҙең бер окопта – татарҙар, башҡорттар, мариҙар, дағстандар, әрмәндәр...   Яугирҙәр өйҙән ярҙам һәм Башҡортостанда дуҫ – татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренән йылылыҡ тоя. Яугирҙәребеҙ барыһы менән дә тәьмин ителгән, улар ғаиләһе менән даими бәйләнештә тора, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ҡорал етерлек. Беҙ эшебеҙҙең хаҡ булыуына ышанабыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! - тине Гукас Мкртчян.

Осрашыу һуңында Гукас Мишаевич бөтә уҡыусыларға ла тырышып уҡырға, илебеҙҙең лайыҡлы шәхесе булып буй еткереүен теләне. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: