Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Февраль 2023, 14:41

Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет...

Благовещен районының Биштин ауылында йәшәгән хөрмәтле хеҙмәт ветераны Фәйрүзә Мирғаяз ҡыҙы Арҫланова ошо көндәрҙә Илек ауыл хакимиәте башлығы Динар Батыршиндан, күп һанлы ауылдаштарынан, ғәзиз балаларынан, ейән-ейәнсәрҙәренән үҙенең исеменә күп һанлы ҡотлауҙар, бүләктәр ҡабул итте. Матур тормош юлы үткән, бөтә ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған, тәрбиәле балалар үҫтергән абруйлы Фәйрүзә Мирғаяз ҡыҙы Арҫланова - ғүмеренең 90 йәшлек бейеклеген яулаған.

Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет...
Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет...

Ни тиһәң дә, тәү башлап аяҡ баҫҡан, кендек ҡаны тамған ғәзиз тупрағында уҙған ғүмере бушҡа үтмәгән уның. Фәйрүзә бәләкәйҙән ауыр ауыл хеҙмәтенең тәмен белеп, татып буй еткерә.  Бала саҡтарын һуғыш урлаған, тамаҡтары ашҡа туймаған, өҫтәре йүнле кейем күрмәй үҫкән оло быуын вәкиле булған Фәйрүзә Арҫланова ҡайҙа ғына хеҙмәт һалһа ла, кешеләр менән бар ерҙә лә уртаҡ тел таба. Ул ваҡытта, бөтә ауыл халҡы кеүек, Фәйрүзә лә бик иртә колхоз эшенә егелә: яланда иген игә, бесән саба, ашлыҡ һуға, мал көтә, һыйыр ҙа һауа. Хаҡлы ялға сыҡҡансы етәкселәр ниндәй эш ҡуша, шул өлкәне өйрәнеп, ҡушылғанды еренә еткереп үтәй ул.  

Өйөндә лә Фәйрүзә апай яҡшы хужабикә, хәстәрлекле ҡатын һәм йомарт өләсәй була. 35 йыл бергә йәшәлгән бәхетле йылдарҙа ул ире менән алты балаһына ғүмер бүләк итеп, оло тормош юлына оҙата. Балаларын да үҙҙәре кеүек эш һөйөүсән, тәрбиәле итеп үҫтереүгә Арҫлановтар бар көсөн һала. Бөгөн ул-ҡыҙҙары үҙ ғаиләләре менән тырышып донъя көтә, үҙҙәре олатай-өләсәй булған. Күптән инде мәрхүм булған аталарын балалары гел һағынып иҫкә ала, ата йортона йыйылышып килеп, уның рухына Ҡөрьән аштарын бағышлай.  

Тормош ығы-зығыларына бирешмәй, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә ҡартлыҡ көндәрен кисергән юбилярҙың зиһене теүәл, аҙымдары ышаныслы.  

-Хеҙмәт менән үткән ғүмерем ауыр булһа ла, уның кәрәкле, маҡтаулы һәм хөрмәтле булыуы менән үҙемде бик бәхетле тоям. Күркәм юбилейым менән ҡотлаған етәкселәргә, оло кешегә иғтибар иткәне һәм бүләктәр менән килеп ҡотлағаны өсөн мин бик рәхмәтле. Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет,- тине юбиляр.  

Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет...
Туҡһан йәшкә етеү - оло бәхет...
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: