Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Февраль 2023, 10:11

Улар намыҫына тап төшөрмәй...

Былтырғы йылдың июлендә Иҫке Ябалаҡлы ауылында яугир-интернационалистарҙың башланғысы менән Афғанстан локаль хәрби бәрелештәрендә ҡатнашҡан ауылдаштар хәтерен мәңгеләштереп һәйкәл асылды.

Улар намыҫына тап төшөрмәй...
Улар намыҫына тап төшөрмәй...

– Һуғышты тарих биттәренән уҡып түгел, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, йөрәгебеҙ аша үткәрергә тура килде беҙҙең быуын егеттәренә. Ауылдаштар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, киләсәк быуындарға беҙҙән бер иҫтәлек, тарих булһын, тип тырыштырҙыҡ был һәйкәлде, – ти башланғыстың инициаторы, яугир-афғансы Харис Әхмәтшин. Эргәлә генә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемлеге уйып яҙылған стелла. Был көндө Ябалаҡлының үҙ Дан аллеяһы барлыҡҡа килде. Унда батыр-яугирҙәр хәтерен һаҡлап, аҡ ҡайындар шаулап үҫә.  

Ҡасандыр ағас мылтыҡ менән “Зарница” уйынын уйнап үҫкән малайҙар, 18 йәштәре тулыу менән ҡулдарына ҡорал алып, Тыуған ил ҡушыуы буйынса Афғанстанға – һуғыш яланына оҙатылды: тәүгеләрҙән булып Риф Гузин һуғышҡа керһә, ә Рәмил Гузин иң һуңғыһы булып ҡайта. Артабан унда Харис Әхмәтшин, Мәхмүт Миңләхмәтов, Ғәзим Вәхитов, Илгиз Миңлейәров, Рәмил Әмирханов, Павел Корней юлланған. Яугир-егеттәрҙең 8-ҙе лә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алған.  

– Был донъяға бер кем дә һуғыш өсөн тыумай, кемгә яҙмыш яу яланын күрергә яҙған икән, был һәр кешегә, киләсәк быуындарға – өлгө, – ти ике тапҡыр «За отвагу» миҙалы кавалеры, яугир-афғансы Мәхмүт Миңләхмәтов. Күпме ваҡыт үтһә лә, һуғыш яралары һаман һулҡылдай, йөрәкте телгәләй.

Ятып ҡалған иптәштәрен һағынып, хәтерләргә йыш осраша кисәге һалдаттар. Бөгөнгөһөнә лә улар Ҡырмыҫҡалы, Саҡмағош, Сибай, Шаран, Бүздәк – Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан йыйылды.

Сәстәренә сал төшһә лә, улар мыҡты кәүҙәле, күҙҙәрендә йәшәү сатҡыһы уйнап тора, хәрби формалары ла үҙҙәренә бигерәк килешә түштәрендә миҙалдары сыңлай. Ҡатындары, балалары, ейәндәре лә бер-береһен танып беләләр.

– Кешегә тере сағында лайыҡлы хөрмәт күрһәтеү урынлы. Был һәйкәл бик ваҡытлы ҡуйылды, – ти Баҡалынан килгән яугир-һалдат ҡатыны Регина Хәкимова. – Ысын ирҙәр ил намыҫын яҡларға тейеш. Беҙ хәрби антҡа тоғро ҡалдыҡ. Улым Булат ошо көндәрҙә Украинала булып ҡайтты, – ти Илгиз Миңлейәров.

Локаль хәрби бәрелештәр... Рәсәйҙең төҙәлмәҫ яралары... Хәрби хәрәкәт яугирҙәре өсөн хеҙмәт итеү йөрәктәрҙә мәңге төҙәлмәҫлек яра менән бер рәттә хәрби дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм ирек, тыуған илгә, тыуған халҡына бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү ул.

Улар намыҫына тап төшөрмәй...
Улар намыҫына тап төшөрмәй...
Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: