Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
21 Февраль 2023, 16:00

101 йәш

Красный Восход ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насироваға – 101 йәш

101 йәш
101 йәш

Красный Восход ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насироваға – 101 йәш

Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Насирова Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, ул Ватан һуғышы ордены һәм башҡа бик күп хөкүмәт наградалары кавалеры.

Ветеранды ҡотларға Красный Восход ауыл биләмәһе ауыл советы башлығы Сергей Косматков, яҡындары, ауылдаштары килде.

101 йәшлек Рәйфә апай хәтеренә зарланмай, барыһын да иҫләй. Ул ҡунаҡтарға бер ғасырлыҡ ғүмерендә кисергән ваҡиғаларын һөйләне.

Рәйфә апайға ғәрәп графикаһын да, латиницаны ла өйрәнергә тура килә. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы 17 йәшендә үк мәктәптә математика уҡыта башлай. Уның тәүге отпускыһы 1941 йылға тура килә.

– Мәктәп директоры фронтҡа алынғас, мине директор итеп тәғәйенләнеләр, – тип хәтерләй ветеран. – 1942 йылдың апрелендә үҙемә лә повестка килде. Хәрби комиссия үткәндән һуң, Өфөгә ебәрҙеләр. Унан тауар эшелондарына тейәлеп фронтҡа юлландыҡ. Һуғышҡа Сталинград ҡалаһында индек.

Сталинградты фашистарҙан азат иткәндә Рәйфә хеҙмәт иткән батареяға бомба төшә, ә ул үҙе ауыр йәрәхәттәр ала. Оҙаҡ дауалағандан һуң,  Рәйфә Насирова 679-сы зенитка артиллерия полкына эләгә һәм һуғыш бөткәнсе шунда ҡала.

Артабан яу юлы менән ул Украинаға тиклем барып етә. Бөйөк Еңеү яҙын кесе сержант званиеһында отделение командиры булып Одесса ҡалаһында ҡаршы ала. Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы 1945 йылдың авгусында демобилизациялана.

Һуғыштан һуң Рәйфә Насирова уҡытыусы хеҙмәтен дауам итә, Ауырғазы районы мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Тормош иптәше, шулай уҡ фронтовик, уҡытыусы Зариф Ғиләж улы менән тормош ҡоралар, алты балаға ғүмер бирәләр. Бер быуат эсендә Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы тормоштоң әсеһен дә сөсөһөн дә татый. Бөгөн иһә ул үҙ нәҫел-тамырының 38 балаһына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәй.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: