Йәйғор
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
22 Февраль 2023, 15:56

Яҡташтар - ауылым ғорурлығы

Республика кимәлендә барған «Айыҡ ауыл - 2022» конкурсына быйыл ауылыбыҙ Түбәнге Хәжәт тә ҡушылды.

Яҡташтар - ауылым ғорурлығы
Яҡташтар - ауылым ғорурлығы

Республика кимәлендә барған «Айыҡ ауыл - 2022» конкурсына быйыл ауылыбыҙ Түбәнге Хәжәт тә ҡушылды. Ауылыбыҙ ғорурлығы, этәргесе булған ағинәйҙәр ошо юҫыҡта бик кәрәкле һәм файҙалы саралар үткәрә. Был башланғысҡа ауыл халҡы ҙур теләк менән ҡушылды, #Ҡоролтай #Шишмә районы#Айыҡ ауыл-2022#Ағинәйҙәр социаль селтәрҙәрендә конкурс барышы менән танышырға була.

Минең тыуған төйәгемде данлаған шәхестәребеҙ етерлек: Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министры, Закондар сығарыу палатаһы рәйесе, генерал-лейтенант Әнәс Хәсәнов. Уның тураһында «Тәртип һәм Закон һағында» китабы аша танышырға була. 2012 йылда тыуған ауылында йорт-музей, 2022 йылда Ә. Г. Хәсәнов исемендәге «Аҡҡош-Хәсәниә» диниә үҙәге асылды.

Шағир-антифашист Рәхим Саттар ҙа беҙҙең ауылда тыуып үҫкән. Уның исемен мәңгеләштереүҙең бер сараһы булып Шишмә ҡасабаһының бер урамына уның исеме бирелгән.  

Йәш шағирә, йырсы, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен арымай-талмай йыйып, халыҡҡа еткергән ауылдашыбыҙ – Румия Әфләтунова менән дә ғорурлана алабыҙ. Уның шиғырҙарын республика гәзит-журналдарында уҡып торабыҙ.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү ансамбле артистары – күршеләрем Гөлназ һәм Азамат Туҡтаровтарға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелеүенә мин дә бик шатмын.

Ауылымды хеҙмәт һөйгән кешеләр биҙәй, Юлай һәм Камил Арыҫлановтар, Рәйеф Даянов күп йылдар механизатор булып эшләй. Хеҙмәт ветерандары булған яҡташтарым илде иген менән байыта.

Хеҙмәт һәм тыл ветерандары хаҡында ла онотмайбыҙ, бөгөнгө көндә Мәрйәм Асапова инәйҙең күп төрлө наградалары, Бөйөк Ватан һуғышы осоро балаларының фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында һөйләй.

Оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙа белем усағын һүндермәй, арымай-талмай мәктәптә эшләгән уҡытыусыларыбыҙҙы телгә алмай китеү мөмкин түгел. Педагогик хеҙмәт ветерандары Рима Иманғолова, Миңлелия Ҡорманаева, Гәүһәр Ғиләжетдинова, Земфира Туҡтарова һәм Шәүрә Мусиналар оло ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ.

Ашнаҡсы, электрик, водитель, туҡыусы, слесарь, шәфҡәт туташы, малсы, һауынсы... Был һөнәр эйәләре көн һайын беҙҙең менән, көндәлек тормошобоҙҙа һәр ваҡыт кәрәк белгестәр, уларҙың хеҙмәтен баһалап, иғтибарлы булыу бик урынлы.

Ауылым – Түбәнге Хәжәт. Уның эшһөйәр халҡы, башҡорт халҡына хас рухи ныҡлығы, берҙәмлеге менән ғорурланам.

Элина Исламғолова,

Шишмә ҡасабаһының 2-се һанлы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы.

Читайте нас: