Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
14 Март 2023, 08:04

Ағастан тыуған матурлыҡ

Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Был һүҙҙәр Рәйес Саҙрутдиновҡа тап килә. Һөнәре буйынса Рәйес Рәүеф улы – инженер-электрик. Шулай уҡ  бер нисә йыл ағас эше менән мауыға.

Ағастан тыуған матурлыҡ
Ағастан тыуған матурлыҡ

Үктәй ауылында йәшәүсе Рәйес Саҙрутдинов бер нисә йыл ағас эше менән мауыға.

Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Был һүҙҙәр Рәйес Саҙрутдиновҡа тап килә. Һөнәре буйынса Рәйес Рәүеф улы – инженер-электрик. Ул Силәбелә тыуған. Тыуған ҡалаһында Көньяҡ Урал дәүләт университетын тамамлаған. Йәш белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген  Башҡортостанда «Янғантау» шифаханаһында башлап ебәрә. Унда буласаҡ ҡатыны менән таныша. Альбина ла ошо уҡ уҡыу йортон тамамлап, шул уҡ шифаханаға эшкә ебәрелә. 2011 йылда йәштәр өйләнешә. Туйға олатайҙары ер участкаһы бүләк итә. Йәштәр бүләк менән файҙаланырға ҡарар итеп, Үктәй ауылына йәшәргә күсә. Бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт һалып сығалар. Йорт ихатаһында хужалыҡта кәрәкле күп һанлы ҡаралтылар урынлашҡан.   Ауыл тормошон үҙ иткән ҡала егете, алтын ҡуллы ғаилә башлығы барыһын да үҙе эшләгән. Саҙрутдиновтар ауылда инде алты йыл йәшәй, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй: Элвир – дүртенсе, Аделина икенсе класта уҡый.

Ғаилә башлығы бер нисә йыл Өфөлә эшләй. Юлға ваҡыттың күп китеүенә борсолған Рәйес үҙ эшен асырға ҡарар итә. Ағас менән эшләү уны бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра.

Тәүҙә Рәйес ағас эшкәртеү ҡоралдары, материалдар һатып ала. Бөтә уңайлыҡтары булған оҫтахана йыһазландыра һәм эшкә тотона. Ағастан ул ултырғыстар, өҫтәлдәр, шкафтар, һауыт-һаба һәм башҡа бик күп нәмәләр эшләй. Улар магазиндағынан бер ҙә кәм түгел. Оҫтаға заказдар ҙа бирәләр. Кешеләр уның ябай ағас таҡтанан ысын сәнғәт әҫәрҙәрен ижад итергә һәләтле булыуын яҡшы белә.

Бынан тыш, Рәйесте өйҙәргә электр сымдарын монтажларға ла саҡыралар. Был эшкә ул белгес булараҡ бик яуаплы ҡарай. Шулай уҡ оҫта йорт эстәрен биҙәү менән дә шөғөлләнә. Клиенттар уның эшенән бик ҡәнәғәт.

Талантлы кеше бар яҡтан да талантлы була, тиҙәр. Рәйес яҡшы иретеп йәбештереүсе лә. Уның матур ҡоймаһы, биҙәлгән ҡапҡаһы быны дәлилләй, бында оҫта йәшәүен күрһәтә.

Йәш ғаилә сәләмәт тормош алып бара. Саҙрутдиновтар спорт менән дуҫ. Йәйен һәм көҙөн улар велосипедта йөрөй, ә ҡышын саңғыла шыуа.

– Беҙ телевизорҙы һирәк ҡарайбыҙ, даими рәүештә телефон артында ла ултырмайбыҙ, – ти йәш ата-әсә, – ғаиләбеҙ менән күберәк саф һауала йөрөргә тырышабыҙ.

Ғаилә башлығы Үктәй яҙмышына битараф түгел. Ул ауыл биләмәһендә үткәрелгән сараларҙа ихлас ҡатнаша. Уның алтын ҡулдары бөтә ерҙә лә кәрәк. Рәйес менән Альбина бик матур бейей, урындағы концерттарҙа сығыш яһай.

Рәйес Саҙрутдинов үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән: һалымдарҙы ҙа ваҡытында түләй, эш тә бара, күңел дә тыныс. Күптәр ауылда эш юҡ тип зарлана. Эшһөйәр кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен үҙенә шөғөл таба ул. Рәйес Саҙрутдинов быға сағыу миҫал булып тора. Иң мөһиме – теләк булһын. Халыҡ әйткәнсә, эше барҙың ашы бар.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: