Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
21 Март 2023, 11:29

Шәп тәрбиәселәр Өфө районында

“Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Райондың Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Лена Вәкил ҡыҙы Фәйрүзова еңеү яуланы.

Шәп тәрбиәселәр Өфө районында
Шәп тәрбиәселәр Өфө районында

Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика һөнәри конкурсын тантаналы ябыу һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы үтте. Был республика һөнәри конкурсы 2012 йылдан башлап йыл һайын уҙғарыла һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлы конкурстарҙың береһе тип һанала.

Был мәртәбәле сара сиктәрендә республика һөнәри конкурсына йомғаҡ яһалды.  Конкурста республиканың 55 муниципалитетынан ҡатнашҡан 91 педагог араһынан Өфө районы Жуков ауылының “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Арина Валерьевна Баҡыева еңеүсе тип танылды. Ул “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. 

Шулай уҡ ошо конкурс сиктәрендә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә белем биргән йыл педагогы” конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Райондың Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Лена Вәкил ҡыҙы Фәйрүзова еңеү яуланы.

Республиканың иң яҡшы педагогик кадрҙарын берләштергән конкурста ҡатнашып, төрлө номинацияларҙа билдәләнгән, финалғаса етеп, үҙҙәрен лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр итеп танытҡан тәрбиәселәрҙе сараға килгән абруйлы ҡунаҡтар ихлас күңелдән ҡотланы, яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләне. 

Шәп тәрбиәселәр Өфө районында
Шәп тәрбиәселәр Өфө районында
Шәп тәрбиәселәр Өфө районында
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: