Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
25 Апрель 2023, 09:20

Төҙөүселәр династияһы вәкиле

Рәмил Сабитов үҙен төҙөүселәр династияһын дауам итеүсе ти

Төҙөүселәр династияһы вәкиле
Төҙөүселәр династияһы вәкиле

Бөгөнгө көнкүрешебеҙҙә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренән башҡа йәшәүебеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Урамдарыбыҙҙың, подъезд һәм уның алдарының таҙа, яҡты булыуы, йәйен сәскәләргә сумып ултырыуы, крандан саф таҙа һыу ағып тороуы – һанап ҡына ла бөтөрлөк түгел улар күрһәткән хеҙмәтте.

Был уңайлыҡтар өсөн дә улар яуаплы. Ҡасабаның «Жилсервис» йәмғиәтендә төҙөлөш мастеры булып эшләүсе Рәмил Сабитов үҙен төҙөүселәр династияһын дауам итеүсе ти. Ваҡытында атаһы Рауил Йосоп улы «СУ-5» – төҙөлөш ойошмаһын етәкләгән. Шәкәр заводы, Юбилейный биҫтәләрен, ҡасабаның күп һанлы йорттарын да был ойошма төҙөгән. Әсәһе Валентина Алексеевна шул уҡ ойошманың йөрәге – етештереү-техник бүлекте етәкләгән. Рәмил Рәүел улы Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, һөнәре буйынса инженер-төҙөүсе.

– Төҙөлөш – минең өсөн баласаҡтан таныш, иң ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эш. Төҙөүселәр – иң тыныс хеҙмәт кешеләре, улар юҡ нәмәне барлыҡҡа килтерә, ә төҙөкләндереү – үҙенсәлекле эш, буяу-һылау эштәрен теүәлләп, яңы һулыш өрәһең, – ти үҙ эшенә мөкиббән киткән мастер. Биш тиҫтәгә яҡын төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә Рәмил Сабитов етәкләгән бригада. Һәр хеҙмәткәргә эш билдәләп, уның эш сифатын тикшереп, кәрәкле төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү ҙә мастерға йөкмәтелгән.

– Коллектив менән дөрөҫ эш итеү, ойоштора белеү, уны ваҡытында башҡарып сығыуҙың бер ысулы. Эште сифатлы итеп башҡарыуға күп көс түккән мастер Рәмил Рәүел улының был мөһим күрһәткесе, – ти ойошманың баш инженеры Илдар Рафиҡов.

Читайте нас: