Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
2 Май 2023, 11:09

Гүзәл заттар ҡорға йыйылды

Өфө районының Дорогин ауылында оло байрам үтте. Район гүзәлдәре өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡорона йыйылды

Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды

Өфө районының Дорогин ауылында оло байрам үтте. Район гүзәлдәре өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡорона йыйылды. Уның тәүгеһе Шамонинда, икенсеһе Жуков ауылында үтһә, ә бөгөнгөһө Дорогин ауылының белем усағында ойошторолдо. Йәмғиәттә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығында эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, уларҙы үҫтереү, гүзәл зат вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен барлау был мөһим сараның төп  маҡсаты булды. 

Район күп милләтле, егәрле, һәләтле кешеләре менән генә түгел, ә арҙаҡлы, зыялы, сибәр, эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары менән дан тота. Район хакимиәте вәкилдәре, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре, хеҙмәт ветерандары, ихтирамға лайыҡ төрлө һөнәр эйәләре ҡатнашлығында үткән сараны район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Хәлит ҡыҙы Әхмәтдинова асып ебәрҙе. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанованың, оҙаҡ йылдар район мәғариф бүлеге мөдире, йәмәғәт эшмәкәре булған Нәсимә Шелехованың да береһенән – береһе уңған, мөләйем, рухлы ҡатын –ҡыҙҙарыбыҙға әйтер һүҙҙәре, теләр теләктәре күп булды. Ни тиһәң дә, “Ҡатын – ҡыҙ - донъя тотҡаһы”, уның әйтер һүҙенә, ҡылған ғәмәлдәренә, яратыу-наҙлауына һәр кеше мохтаж.

 Ҡор барышында мәғариф, мәҙәниәт, йәш быуынды патриотик  рухта тәрбиәләү, халыҡ сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә,  әсәләренә ярҙам күрһәтеү кеүек төрлө көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Төрлө өлкәлә билдәле уңыштарға өлгәшкән ханымдар үҙҙәре менән таныштырып, башҡарған эш-шөғөлдәре тураһында асыҡ микрофон аша һөйләп үтте.

Ғүмерен медицинаға бағышлаған Фатима Фәйрүзова, хаҡлы ялға сыҡҡас та баш ҡалала “Ҡатын-ҡыҙҙар клубы” ойоштороп, теләгәндәргә психологик ярҙам күрһәтә, айырым иғтибарын уларҙың һын коррекцияһына йүнәлтә. Айгөл Сөләймәнова республикабыҙҙа асфальт түшәү өлкәһендәге белгес булараҡ үҙ эше тураһында һөйләһә, ә Альбина Сафина тәмле итеп икмәк бешереү серҙәре менән уртаҡлашты, билдәле коуч һәм тренер Ләйлә Мөлөкөва ла күңеленә яҡын эше менән таныштырҙы. Әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта йыш донъя күргән Зилдә Хәмиҙуллина ла ҡорға үҙенең ижади күстәнәстәре менән килгәйне, ул залдағыларға шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Милли кейемде реконструкциялау, бороңғо елән, ҡашмау, күлдәктәрҙе тегеү оҫтаһы булараҡ киң билдәле Бөрйән ҡыҙы Гөлсөм Хөсәйенова ойошторған күргәҙмәгә барыһы ла хайран ҡалды. 2019 йылдан алып яратҡан шөғөлөнә күп ваҡытын бүлгән, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңгән Гөлсөм Йыһанур ҡыҙы “Хан ҡыҙы” төркөмөнөң эшен йәнле алып барыуы тураһында бәйән итеп, интернет селтәре аша төрлө марафондар ойоштороп, теләгәндәрҙе бушлай милли кейемдәр тегергә өйрәтеүен дә әйтте. Мәртәбәле сарала ҡатнашҡан билдәле башҡорт блогерҙары, халыҡ араһында киң билдәле “Башҡорт хужабикәһе” Миләүшә Шәйхлисламова, инста әсәй, тәм-том оҫтаһы Альбина Ханова һөйләгәндәрҙе лә гүзәл заттар кинәнеп тыңланы.Улар ҡарап тороуға еңел генә күренгән блогер тормошо менән таныштырып, бер видеояҙма өсөн күпме ваҡыт һәм көс сарыф ителгәнлеге тураһында һөйләп үтте. Матур тормош юлы үтеп, бөгөн иһә балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып көн иткән хеҙмәт ветераны Гөлнара Булатова өләсәйҙәр мәктәбе эшен башлап, уны йәнләндереү тигән тәҡдим күтәреп сыҡты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өйҙә тик ултырмай, ирекмәндәр булып, мохтаждарға ярҙам күрһәтә. “Башҡортостандың ышаныслы тылы” ирекмәндәр хәрәкәте лидеры, шәхси эшҡыуар, “Ватан яугирҙары ғаиләләре” комитеты ағзаһы Юлиә Хәлилованың да барса эштәрҙең уртаһында ҡайнап йәшәүе юғарыла әйтелгәндәргә асыҡ миҫал булып тора. Әйткәндәй, ҡор барышында  махсус хәрби операциянан әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Дорогин мәктәбенең биология уҡытыусыһы Урал Ишмөхәмәтов менән осрашыу булды, унда ҡатнашыусы хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу ҙа ойошторолдо. Дорогин мәктәбенең башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, регион-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” еңеүсеһе булған Таңсулпан Сәфетдинова рус мөхитендә үҫеп, үҙ туған телен, мәҙәниәтен ауыр үҙләштергән балаларҙы тәрбиәләү эшенең еңелдән булмауына туҡталды. Нисек булһа ла, туған телен белгән, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен хөрмәт иткән быуын вәкилдәре үҫтереү үҙ эшенең төп бурысы булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.  

– Район башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте лә төбәгебеҙҙә үҙенең эшен шул тиклем матур, йөкмәткеле итеп алып бара. Бына бөгөнгө сара ла быға асыҡ миҫал тип әйтә алам. Райондаштарыбыҙ ауыр ваҡыт – пандемияны үткәреп, әлеге махсус хәрби операция осоронда ла улар яҡташтарына ихлас ярҙам итә: туҡмасын да киҫә, бауырһағын да бешерә, майшәмен дә яһай, йылы әйберҙәрен дә бәйләй, гуманитар ярҙамға ла үҙенең өлөшөн индерә. Бына беҙгә алмашсылар килде, тип ҡыуанам, йәштәрҙең эшлеклелегенә, ярҙамсыллығына һоҡланам. Улар берләшеп, ҡулға –ҡул тотоношоп бик мәртәбәле, кәрәкле эштәр башҡарыуы менән маҡтаулы, – ти хөрмәтле ил инәһе, Шамонин ауылынан Рәйфә апай Вәлиева.

Ҡорҙа яңғыраған тос фекерҙәргә моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр, йөкмәткеле шиғырҙар ҙа ҡушылып китте. Шамонин ағинәйҙәренең мөнәжәттәре, Жуков, Дорогин ауылдарының балалар баҡсалары, мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең йыр-моңдары сарала ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәреп, рухын байытты. Йөрәк түрендә матур хәтирәләр ҡалдырған был мәртәбәле сара алдағы файҙалы эштәргә әйҙәп тороусы бер маяҡ булһын!

Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Гүзәл заттар ҡорға йыйылды
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: