Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Май 2023, 15:31

Мемориаль таҡтаташ асылды

Өфө районының Алексеевка мәктәбе уҡыусылары педагогик коллектив менән берлектә Украиналағы махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ефрейтор Илвир Фәрит улы Исмәғилевҡа мемориаль таҡтаташ асты.

Мемориаль таҡтаташ асылды
Мемориаль таҡтаташ асылды

Өфө районының Алексеевка мәктәбе уҡыусылары педагогик коллектив менән берлектә Украиналағы махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ефрейтор Илвир Фәрит улы Исмәғилевҡа мемориаль таҡтаташ асты.

Илвир Алексеевкала тыуып – үҫкән, ошондағы мәктәптә беренсе кластан уҡ алып уны тамамлағансы уҡыған. Уны уҡытыусылар һәм ауылдаштары  хәтерләй, тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә төшөрә. Хәҙер ошо уҡ белем усағында уның улы уҡый…

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында олатай-олатайҙарыбыҙ кеүек, Илвир Исмәғилев нацизмға ҡаршы көрәштә, беҙҙең тыныс тормошобоҙ, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙҙең киләсәге өсөн ғүмерен бирҙе. Уның батырлығы тыуған илгә һәм хәрби антҡа тоғролоҡ өлгөһө булып тороуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды сарала ҡатнашыусылар үҙ сығыштарында.

 Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән Илвир Исмәғилевтың тормошо һәм батырлығы барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Илвирҙың ата-әсәһенә - Фәрит Вәли улы һәм Зилә Линаф ҡыҙына, уның тол ҡатыны Анастасия Сергеевнаға, балаларына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Алдағы көндәрҙә лә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡтар. 

Мемориаль таҡтаташ асылды
Мемориаль таҡтаташ асылды
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: