Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
23 Май 2023, 15:29

Бөйөк Еңеү хаҡына

Ваҡыт тигән төшөнсә кеше ғүмеренә ҡарата аяуһыҙ бит ул. Әле ҡасан ғына еңеү яулап ҡайтҡан совет һалдаттары бөгөн һанаулы ғына ҡалды. Ни тиһәң дә, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 78 – се йылын билдәләнек. Йәш быуынды хәрби – патриотик рухта тәрбиәләүҙә фашизмды еңеп ҡайтҡан яугирҙарҙың тотҡан роле кәмемәй, арта ғына бара.

Бөйөк Еңеү хаҡына
Бөйөк Еңеү хаҡына

Нуриман районы халҡы был йәһәттән эҙмә – эҙлекле эштәр алып бара: һәйкәлдәр һәм обелисктар йыл әйләнәһенә тәртиптә тотола, “Хәтер баҡсалары” барлыҡҡа килә, “һуғыш балалары” һәм тыл ветерандары хөрмәтенә мәрхәмәтлелек акциялары уҙғарыла, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ошо маҡсатҡа ярашлы күләмле сараралар үткәрелә.

Ришат Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейы директоры Салауат Ришат улының бөтә педагогик эшмәкәрлеге тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү менән тығыҙ бәйләнгән. Ул - фронт яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙың яҙмышын асыҡлау буйынса ифрат ҙур эштәр башҡарған тарихсы. Лицейҙың “Хәтер” йәш эҙәрмәндәренең эшмәкәрлеге лә туранан -тура уның исеме менән бәйле. Быйыл да апрель аҙаҡтарында был отряд һуғыш үткән яҡтарға юлланды.

 Байрам алдынан лицей уҡыусылары “Еңеү хаты” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Белем усағында “Еңеү майы” исемле күргәҙмә асылды. Лицейсылар өсөн “Еңеү диктанты” акцияһы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Һәр класс “Герой партаһы” проекты буйынса һуғыш батырҙары тураһында белешмә тупланы. Мәҫәлән, өлкән сержант Нуриев Ғатаулла Мостафа улы хаҡында ошондай мәғлүмәт табылды: ул Курск дуғаһында Т – 34 танкыһының механик – водителе булараҡ ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына лайыҡ була. Хәҙер герой партаһы артына уҡыу, спорт, ижтимағи эш һәм хеҙмәт алдынғылары ултырасаҡ.

Салауат Ришат улы үҙенең булмышына һәр саҡ тоғро. Ул “Атайсал” проектына ҡушылып, Байгилде ауыл советы биләмәһенән фронтҡа алынған һәм кире әйләнеп ҡайтмаған 600 – ҙән ашыу һалдаттың исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән һәйкәл асыу буйынса эштәр алып бара. Гранит постаментта ил яҙмышы өсөн ҡорбан булғандарҙың исем – шәрифтәре урын аласаҡ. Был эш киләсәк быуындар өсөн башҡарыла.

Читайте нас: