Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 09:36

Республиканың урман хужалыҡтарында Яңы йылға шыршылар әҙерләй башланылар

Урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре һатыуға йәмғеһе 60 меңгә яҡын шыршы әҙерләй.

Республиканың урман хужалыҡтарында Яңы йылға шыршылар әҙерләй башланылар
Республиканың урман хужалыҡтарында Яңы йылға шыршылар әҙерләй башланылар

Башҡортостан урмансылыҡтарында Яңы йылға шыршылар әҙерләй башланылар. Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, яңы йыл алдынан урмансылыҡтар 60 меңгә яҡын ылыҫлы ағас әҙерләргә йыйына, 3 декабргә 23 807 ағас әҙерләнгән дә инде.

«Шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы кеүек ылыҫлы ағастарҙы әҙерләү эше республиканың экосистемаһына зыян килтермәйенсә, махсус билдәләнгән урындарҙа алып барыла, быйыл да ошо ҡағиҙәнән тайпылмайбыҙ», — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының мөлкәт менән идара итеү, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Альберт Байтимеров.

Яңы йыл байрамдары яҡынлаша башлағас, урман фондында шыршы һәм башҡа ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары арта. Ылыҫлыларҙы законһыҙ әҙерләгән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Бынан тыш, закон боҙоусы урман үҫентеләренә килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы.

Әгәр һеҙ урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуға, уларға зыян килтереүгә шаһит булһағыҙ, ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәте номерына: 8 (347) 218-14-14 (Башҡортостан Республикаһы буйынса) йәки урман һағының тура элемтәһенә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Мөрәжәғәттәрҙе (хәбәрҙәрҙе) ҡабул итеү өсөн федераль номер: 8-800-100-94-00 (бөтә Рәсәй буйынса).

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: