Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 13:57

Яңы корпус төҙөләсәк

Благовещен психоневрология интернатында 330 өлкән йәштәге яңғыҙ һәм даими ҡарауға, күҙәтеүгә мохтаж булған кешеләр, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн 60 урынға тәғәйенләнгән яңы корпус төҙөлә башлаясаҡ.

Яңы корпус төҙөләсәк
Яңы корпус төҙөләсәк

Благовещен психоневрология интернатында 330 өлкән йәштәге яңғыҙ һәм даими ҡарауға, күҙәтеүгә мохтаж булған кешеләр, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн 60 урынға тәғәйенләнгән яңы корпус төҙөлә башлаясаҡ.

Интернаттың  тарихы 1936 йылдың октябрендә, нәҡ 85 йыл элек, Граждандар һуғышы ветерандарының бәләкәй генә йортонан башланған булған. Шуға ла психоневрология интернатының бик күптән төҙөлгән биналары ошо йылдар эсендә бик туҙған, йәшәү өсөн шарттар ҙа бик яҡшынан түгел. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып «Демография» милли, «Өлкән быуын» федераль проекттары сиктәрендә социаль учреждениены төҙөүгә аҡса бүленгән.

Беренсе ҡарлуғас - Благовещен психоневрология интернатында заманса шарттарға яуап бирерҙәй яңы корпус барлыҡҡа киләсәк. Интернатта үткән кәңәшмәлә  “Сальвия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт вәкилдәре менән башланасаҡ төҙөлөш эштәре тураһында һөйләшеү булды.

Әлеге мәлдә объекттың  раҫланған проект документацияһы бар. 2022 йылдың сентябрь айында корпус төҙөлөп бөтөп, октябрҙә бинаның тирә-яғы төҙөкләндереләсәк.  Матди-техник базаһы яңыртылған өр-яңы  корпусты декабрҙә сафҡа индереү планлаштырыла.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: