Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2022, 13:51

Ябалаҡлылар алға атлай

Иҫерткес эсемлектәрҙән башҡа үткән сараларҙа ихлас ҡатнашҡан ябалаҡлыларҙың девизы: «Айыҡ ауыл – ауыл ныҡ! Дәррәү бергә йыйылдыҡ! Ҡотло булһын Яңы йыл, Һис һынатыу быйыл юҡ!».

Ябалаҡлылар алға атлай
Ябалаҡлылар алға атлай

– Ин ша Аллаһ, ауылға ҡот ҡуна. Ябалаҡлы элекке данын ҡайтарыу, асылына ҡайтыуға табан ышаныслы аҙымдар менән алға атлай, – ти «Сәләм» мәсете имам хатибы Салауат хәҙрәт. Ырыуҙаштар, аҡһаҡалдар, хөрмәтле тарихсыларыбыҙ йыйылып, Мең ырыуы башлығы олуғ шәхесебеҙ Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәберен тәрбиәләп, тәртипкә килтереп, уның бюсын урынлаштырып, оло ҡор йыйып Ҡөръән уҡылып, зекер әйтелеп, аҡ ҡорбандар салыу юҡҡа булманы.

Был сарала бергә тупланған ауыл халҡы ла, ырыуҙаштар ҙа берҙәмлектең көсөн тойҙо, киләсәге бөгөндән башланғанын аңлай башланы.  Ысынлап та ябалаҡлылар әүҙемләнде, үҙаңына ҡайтыуға юл башланы.  Шуның бер миҫалы – республикабыҙҙа барған – “Айыҡ ауыл” бәйгеһенә ҡушылды. Бер нисә йыл элек ауылда хәмер, көмөшкә һатыусы нөктәләр күп булһа, әкренләп аңлатыу эше алып барыу һөҙөмтәһендә 1-2 нөктә ҡалғайны, ә бөгөнгө көндә – эш һөҙөмтәһен бирҙе, араҡы һатыусылар – юҡ! Ауыл урамдарында иҫереп йөрөүселәр ҙә юҡ кимәлендә.

Бер төркөм әүҙемдәр - хәҙрәт Салауат Вәликәев, уҡытыусы Ғәйшә Йосопова, Рәсимә һәм Рим Йосоповтар, хаҡлы ялдағы Рәшиҙә Сафина, Лена Сәлимова, Мәсҡүт Миңлеәхмәтов, Рәзилә Миңлейәровалар бергәләп ауылда эҙмә-эҙлекле эш алып бара, матур саралар ойоштора. Сарала өлкәндәр, йәштәр менән бергә балаларҙың да ҡатнашыуы күңелгә бер ҡыуаныс өҫтәй.

 Боронғо йолаларҙы тергеҙеп, Рәшиҙә Сафина “Ҡаҙ өмәһе” байрамын үткәрҙе. Күл буйында йыраҡтарға таралған гармун тауышы, йыр, уйын-көлкө менән ауылдаштар мәкеләр уйып, ҡаҙҙарҙы сайҡарға төштө.

Башҡорт теле аҙналығын да ябалаҡлылар буш уҙғарманы. Унда һәүәҫкәр шағирҙар Хәмит Кәримов, Венера Миңлейәрова, Зенфира Зөлҡәрнәева шиғырҙарын уҡыны. Шөңгәккүл ҡасабаһында йәшәүсе Нурҙиҙә Миңлейәрова, Диана Хаматшина, Ләйсән Фәйзуллина ла ауылдаштарына матур сығышы менән ҡушылды, күрше Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылынан Зимфира һәм Наил Мәғәсүмовтар береһе йырлап, береһе гармунда һыҙҙырып сараға дәрт өҫтәне. Лена Сәлимова башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө, был кисәгә мәҙхиә булып яңғыраны.

Ауыл беренселегенә үткән шахмат-шашка турнирында тәрән уй-фекер йөрөтөүселәр көс һынашты. 20-ләп кеше ҡатнашҡан был ярышҡа Дурас, Яппар ауылдарынан да шахмат һөйөүселәр йыйылып килде. Мәктәп балалары ла әүҙемлек күрһәтте, Өфөлә йәшәүсе ауылдаштар Риф Гузин, Владик Ғәзизов, Урал Сәлимовтар ҙа ситтә ҡалманы.

Саф һауала үткән Яңы йыл ҡаршылау байрамында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм Яңы йыл килгәнсе ауылдан бергәләп «ҡотортҡос шайтанды ҡыуҙылар». Был театрлаштырылған тамашала яңы һулыш алған ауылға аттарҙа буран уйнатып килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Шайтанды ҡыуып, Айыҡ ауылға - Яңы йылды оҙатып килде. Биҙәлгән шыршы янында уйын-көлкө, йыр дауам итте.

Ҡышҡы каникул мәлендә лә тауҙан сана шыуыу, боҙ өҫтөндә балыҡ тотоу, хоккей, саңғы шыуыу ярыштары ойошторолдо.

Иҫерткес эсемлектәрҙән башҡа үткән сараларҙа ихлас ҡатнашҡан ябалаҡлыларҙың девизы:

«Айыҡ ауыл – ауыл ныҡ!

Дәррәү бергә йыйылдыҡ!

Ҡотло булһын Яңы йыл,

Һис һынатыу быйыл юҡ!».

Эштәрегеҙ уң, ауылығыҙ ҡотло, иманлы, йөҙөгөҙ нурлы булһын, ябалаҡлылар!

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: