Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Февраль 2022, 16:30

Вирустан һаҡ булайыҡ!

Шәфҡәт туташы булып эшләгән Тәнзилә Аҡтуғанова короновирус менән сирләгәндән һуң дөйөм вакцинациялау ваҡытында һис һүҙһеҙ прививка эшләткән. 13 йәшлек Альбина ҡыҙы ла беренселәрҙән булып короновирусҡа ҡаршы прививка яһатты. "Көн һайын яңы штамдар сығып ҡына тора бит. Уйланығыҙ әле, зинһар. Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен",- тип һөйләне Тәнзилә Аҡтуғанова.

Вирустан һаҡ булайыҡ!
Вирустан һаҡ булайыҡ!

Шәфҡәт туташы булып эшләгән Тәнзилә Аҡтуғанова короновирус менән сирләгәндән һуң дөйөм вакцинациялау ваҡытында һис һүҙһеҙ прививка эшләткән. Уны вакцина яһатыуға бер кем дә мәжбүр итмәгән, уколды аңлы рәүештә ҡаҙатҡан.

-Прививканың бер ниндәй ҙә зыянын тойманым. Беҙгә ғүмер буйы тыумыштан прививка эшләйҙәр. Элек-электән кешелек вакцина ярҙамында күпме афәттән, эпидемияларҙан ҡотолған. Әйткәндәй, беҙҙең ил ғалимдары етештергән вакцина ла быға ҙур йоғонто яһаған. Был ауырыуҙан һаҡланыуҙың башҡа сараһын тапмай, бына әле ошо көндәрҙә 13 йәшлек Альбина ҡыҙыма ла беренселәрҙән булып короновирусҡа ҡаршы прививка яһаттыҡ. Көн һайын яңы штамдар сығып ҡына тора бит. Уйланығыҙ әле, зинһар. Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен,- тип һөйләне Тәнзилә Аҡтуғанова.

Әлеге ваҡытта барыбыҙ ҙа коронавирустың яңы тулҡыны - яңы “омикрон” штамының бик тиҙ таралыуы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Уның беҙгә килеп етеп, тарала башлауы барыбыҙҙы ла бер аҙ хәүефкә һәм шиккә һалды. Балалар поликлиникаһының балалар табибы Гүзәлиә Гусева әйтеүенсә, Альбина менән әсәһенең үҙ ваҡытында прививка яһатыуы бик дөрөҫ аҙым. -Улар миҫалында башҡа ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының һаулығын ҡайғыртһа ине. “Мин сирләмәйем”,  “Прививкаға ҡаршы” тигән фекерҙәр менән бер ҙә килешә алмайым. Был осраҡта кеше үҙен генә түгел, яҡындарын, хеҙмәттәштәрен, ғөмүмән, тирә –яҡтағы халыҡ тураһында ла уйларға тейеш.

Ишетеп белеүебеҙсә, мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәрҙең һаны артҡандан-арта бара. Сирләгән уҡыусы асыҡланһа, мәктәп етәкселеге тиҙ арала уны өйҙән уҡыуға күсерә. Әле өлкәндәр араһында үҫмерҙәрҙе вакцинациялау буйынса аңлатыу эштәре алып барыла.  Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән мәктәп уҡыусылары кәмендә бер көнгә дәрестән азат ителә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: