Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль 2022, 11:16

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йонсоу һауа торошо тураһында хәбәр итте

Һауа температураһы төндә -10,-15, аяҙытҡанда -18,-23, көндөҙ -5,-10 градус була. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге көндөҙ 500-1000 метрҙан кәмей.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йонсоу һауа торошо тураһында хәбәр итте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йонсоу һауа торошо тураһында хәбәр итте

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең кеҫә телефондарына насар метеорологик күренештәр тураһында смс-хәбәр килде. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, көндөҙ урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 10 февралдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар. Көндөҙ бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр, көндөҙ урыны менән 18 метрға тиклем.

Һауа температураһы төндә -10,-15, аяҙытҡанда -18,-23, көндөҙ -5,-10 градус була. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге көндөҙ 500-1000 метрҙан кәмей.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: