Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2022, 11:05

Ҡәләм алып ҡулға...

«Иглинские вести» гәзите редакцияһы базаһында журналистика мәктәбе эшли башлады.

Ҡәләм алып ҡулға...
Ҡәләм алып ҡулға...

«Иглинские вести» гәзите редакцияһы базаһында журналистика мәктәбе эшли башлады. Ул журналист булырға теләгән кешеләрҙе берләштерә.
Мәктәптә ололар ҙа, балалар ҙа шөғөлләнә ала. Төп шарт – яҙыу теләге. Әлеге ваҡытта проект менән күберәк урта звено мәктәп уҡыусылары ҡыҙыҡһына. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар гәзит-журналдар баҫыу технологияһы, гәзит әҫәрҙәре ижад итеү баҫҡыстары (тема табыу, факттар туплау, әңгәмә үткәреү, текст төҙөү, ритм, рифма һ. б.), репортаж, интервью, хроника, очерк, памфлет, фельетон кеүек хәбәри жанрҙар тураһында мәғлүмәт алалар, уларҙы яҙарға өйрәнәләр. Йәштәрҙе журналистика һөнәре нескәлектәренә төшөндөрөүгә республика мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителә.
Уҡыусылар түңәрәктә алған белемдәрен беренсе дәрестә үк практикала ҡулланып ҡараны – билдәле “Йомро икмәк” рус халыҡ әкиәтен нигеҙ итеп, криминал хәбәр яҙып ҡараны. Уҡытыусылар баһалауынса, улар уңышлы ғына килеп сыҡты. Шуны ла әйтергә кәрәк, мәктәп тәрбиәләнеүселәре яҙған бөтә эштәр ҙә газета сайтында, “Иглинские вести”, “Йәйғор” биттәрендә баҫыласаҡ.
Дәрестәрҙән тыш буласаҡ журналистар өсөн төрлө гәзит-журналдар редакцияларына, Өфө Матбуғат йорто һәм Телеүҙәккә экскурсиялар ҙа планлаштырылған.
Уҡыу барышында һәр бер ҡатнашыусы үҙенә портфолио туплаясаҡ. Һуңынан журналистика факультетына уҡырға ингәндә, тупланма ярҙам итә ала.
Беҙҙең матбуғат сараларына һөнәрмәндәр талап ителә. Киләсәктә журналистика мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, профильле белем алып, беҙҙең гәзиткә эшкә килер, тигән өмөттәбеҙ.

Ҡәләм алып ҡулға...
Ҡәләм алып ҡулға...
Ҡәләм алып ҡулға...
Ҡәләм алып ҡулға...
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: