Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2022, 13:54

Алдағы аҙнала Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?

Яҡынса фараздарға ҡарағанда, бындай һауа торошо республикала апрель башына тиклем һаҡланыуы ихтимал

Алдағы аҙнала Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?
Алдағы аҙнала Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә?

Алдағы аҙнала Башҡортостанда көндөҙ йылы булыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта төндә -6,-20 градус һалҡын.

Яуым-төшөм әллә ни күп булмай, 20-21 мартта тәүлегенә 2 миллиметрға тиклем бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел талғын, ваҡыты менән секундына 12 метр.

Яҡынса фараздарға ҡарағанда, бындай һауа торошо республикала апрель башына тиклем һаҡланыуы ихтимал, тимәк, был ҡарҙың тиҙ ирей башлауын һәм яҙғы ташҡындың башланыуын ныҡ тотҡарлай.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: