Йәйғор
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2022, 13:57

Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташлама бөтөрөлә

Шул уҡ ваҡытта күп кенә тәьмин итеүселәр ташламаларҙан бөтөнләй баш тартмай, сауҙа селтәрҙәренә ваҡытлыса пауза тураһында белдерә. 

Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташлама бөтөрөлә
Рәсәй магазиндарында тауарҙарға ташлама бөтөрөлә

X5 Group ретейлерының («Пятерочка» һәм «Перекресток» сауҙа селтәрҙәре ҡарай) бер нисә партнеры Рәсәйҙәге магазиндар өсөн ташламаларҙан һәм промоакцияларҙан баш тартты, тип хәбәр итте РБК.

Февраль аҙағында транснациональ корпорациялар ҙа, импортҡа бәйле булған илебеҙ етештереүселәре лә промоакцияларҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Шул уҡ ваҡытта күп кенә тәьмин итеүселәр ташламаларҙан бөтөнләй баш тартмай, сауҙа селтәрҙәренә ваҡытлыса пауза тураһында белдерә. Промоакциялар буйынса хаҡтарҙы тәьмин итеүсе менән килешеп кенә төшөрөргә мөмкин.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: