Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2022, 12:50

Милли кейем – милли байлыҡ

Тәнзилә Искәндәрова үҙе эшләгән тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейына йыйылып килгән балаларға ул Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәренең тарихы менән таныштыра, һәр урындың үҙенсәлеге - тегелеше, биҙәлешенә иғтибар бирә. Үҙе лә костюмдар теккән рухлы, киң күңелле Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы әйткәнсә, һәр халыҡ үҙенең традицияларын, мәҙәниәтен һаҡларға, милли костюмдарҙы үткән төрлө сараларҙа оло ғорурлыҡ менән кейергә, киләһе быуынға аманат итеп тапшырға бурыслы.

Милли кейем – милли байлыҡ
Милли кейем – милли байлыҡ

Республикала 2020 йылдан алып билдәләнгән Милли кейем көнөнә благовещендар ҙа әүҙем ҡушыла. Йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнгән был көндәр ҡала-районда йәшәгән күп милләт халҡын бергә туплай.
Был көндә Благовещен ерендә йәшәгән халыҡ айырыуса үҙенең мәҙәниәтенә ныҡлы иғтибар бирә, милли кейемдәр аша уларҙың үҙенсәлекле тарихын өйрәнә.
Мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында үткән дәрестәрҙә йәш быуын вәкилдәре һәр милләттең үҙенә генә хас булған милли кейемдәре менән таныша. Райондың Покровка ауылында йәшәгән Тәнзилә Искәндәрова ла был йәһәттән бик кәрәкле эштәр башҡара. Үҙе эшләгән тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейына йыйылып килгән балаларға ул Рәсәй халыҡтарының милли кейемдәренең тарихы менән таныштыра, һәр урындың үҙенсәлеге - тегелеше, биҙәлешенә иғтибар бирә. Үҙе лә костюмдар теккән рухлы, киң күңелле Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы әйткәнсә, һәр халыҡ үҙенең традицияларын, мәҙәниәтен һаҡларға, милли костюмдарҙы үткән төрлө сараларҙа оло ғорурлыҡ менән кейергә, киләһе быуынға аманат итеп тапшырға бурыслы.

Милли кейем – милли байлыҡ
Милли кейем – милли байлыҡ
Милли кейем – милли байлыҡ
Милли кейем – милли байлыҡ
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: