Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2022, 14:20

Уйын майҙансыҡтары тәртиптә буласаҡ

Көндәр йылынған һайын урамдағы балалар майҙансығында малай-ҡыҙҙарҙың һаны ла арта бара. Улар сыр-сыу килеп уйнай, береһе менән аралаша, саф һауа һулай.

Уйын майҙансыҡтары тәртиптә буласаҡ
Уйын майҙансыҡтары тәртиптә буласаҡ

Көндәр йылынған һайын урамдағы балалар майҙансығында малай-ҡыҙҙарҙың һаны ла арта бара. Улар сыр-сыу килеп уйнай, береһе менән аралаша, саф һауа һулай.
Өфө районының Зубов ауыл хакимиәтенең төҙөкләндереү һәм Урындағы башлағыстарҙы хуплау программаларына ярашлы уйын майҙансыҡтары тәртипкә килтерелә. Зубов, Березовка ауылдарының Үҙәк, Фирүзә урамдарында урынлашҡан балалар майҙансыҡтарына килгән балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотҡан етәкселәр иҫке ҡоролмаларҙы, кәртәләрҙе яңыға алмаштыра, кескәйҙәр йәрәхәт алмаҫлыҡ итеп майҙанды резина япмалар менән көпләй.
Йәйҙең йәмле көндәрендә балаларҙы бында күңелле һәм онотолмаҫлыҡ ял көтә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: