Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2022, 11:05

Маҡсат - халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу

-Янғынды һүндергәнсе уны иҫкәртеү хәйерле. Шуға ла систематик рәүештә халыҡҡа хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен аңлатабыҙ, - ти халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуға яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр

Маҡсат - халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу
Маҡсат - халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу

Өфө районының Йоматау ауыл хакимиәте янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеүсе инспекторҙар менән берлектә ошо ауыл Советына ҡараған ауылдар араһында янғынға ҡаршы профилактик рейдтар үтте. Рейд барышында улар хәүеф янаған ғаиләләр менән әңгәмә ҡорҙо, уларға янғындан иҫкәртмәләр таратты.
Йылдың төрлө миҙгелендә лә республикала, шул иҫәптән Өфө районында ла ут сығыу осраҡтары йышая. Күптәр урамында усаҡ тоҡандырып, сүп – сар яндыра, йылытыу ҡоролмаларын ҡабыҙа, мейескә утынды ла артығын һалып ташлай, мунсаны ла ҡыҙыу итеп яғып ебәрә. Һөҙөмтәлә ут сыға, тирә-яҡтағы кешеләргә, тереклеккә хәүеф янай, ғүмер буйы йыйылған донъя, мал-мөлкәт юҡҡа сыға.
-Янғынды һүндергәнсе уны иҫкәртеү хәйерле. Шуға ла систематик рәүештә халыҡҡа хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен аңлатабыҙ, - ти халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуға яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр.

Автор:Лира Батыргариева.
Читайте нас: