Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2022, 10:43

Районда бесән һәм сенаж әҙерләнә

Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға “Нива” ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативы мал аҙығы әҙерләү кампанияһына тотонған. “Нива” районда иң күп һыйыр малы аҫраған хужалыҡтарҙан һанала

Районда бесән һәм сенаж әҙерләнә
Районда бесән һәм сенаж әҙерләнә

Благовещен районы хужалыҡтарында мал аҙығы: бесән һәм сенаж әҙерләү бара.
Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Рөстәм Рәхимов әйтеүенсә, йылдан – йыл район хужалыҡтарында “йәшел ураҡ” мәленә етди иғтибар бирелә. Уңайлы һауа шарттары башланыу менән хужалыҡтар быйыл да сенаж әҙерләүгә һәм күп йыллыҡ үләндәр сабыуға тотондо. Һөт етештереүҙә аҙыҡ сифатының айырыуса мөһимлеген аңлаған ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре тап ошо осорҙа яҡшы запастар туплау йәһәтенән тырыш хеҙмәт һала. Мал аҙығы әҙерләүҙә “Нива” ауыл хужалығы етештереү кооперативы алдынғылар рәтендә булһа, “Дружба” кооперативы 3700 тонна мал аҙығы запасы туплаған, ә “Успех” агрофирмаһы 2100 тонна сенаж етештергән.
Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға “Нива” ауыл хужалығы эшкәртеү кооперативы мал аҙығы әҙерләү кампанияһына тотонған. “Нива” районда иң күп һыйыр малы аҫраған хужалыҡтарҙан һанала. Шунлыҡтан аҙыҡҡа ихтыяж ҙур һәм йылдың-йылы хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү етди кимәлдә ойошторола. “Йәшел ураҡ” мәлендә тырышып эшләгән механизатор Олег Бахтин һәм водитель Сергей Акимкин билдәләүенсә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн хужалыҡта барса шарттар ҙа булдырылған. 1500 гектар ергә сәселгән ҡуҙаҡлы – ҡыяҡлы культураларҙың ҡатнашмаларын әҙерләү өсөн техника көйлө эшләй, улар яғыулыҡ материалдары, эшсе ҡулдар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Ә иң мөһиме, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең хеҙмәте ауыр булһа ла, уларҙың кәйефе күтәренке, эшкә дәрте бар. Әлеге мәлдә пландың 90% үтәлеп, 6150 тонна сенаж әҙерләнһә, ә ҡышҡылыҡҡа «Нива» хужалығы бөтәһе 3000 тонна бесән һәм 6700 тонна сенаж етештерәсәк.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: