Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль 2022, 09:25

Янғын 37 йәшлек ҡатындың һәм 10 йәшлек баланың ғүмерен ҡыя

Янғын сәбәбе тикшерелә

Янғын 37 йәшлек ҡатындың һәм 10 йәшлек баланың ғүмерен ҡыя
Янғын 37 йәшлек ҡатындың һәм 10 йәшлек баланың ғүмерен ҡыя

Кисә Бөрйән районында сыҡҡан янғында 37 йәшлек ҡатындың һәм 10 йәшлек баланың кәүҙәләре табылған, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бөрйән районының Байназар ауылының Салауат Юлаев урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр иртәнге 06.50 сәғәттә ҡабул ителә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү ваҡытында 1985 йылғы ҡатын һәм 2012 йылда тыуған баланың үле кәүҙәләре табыла. 2008 и 2020 йылғы балалар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Янғын 208 квадрат метр майҙанды ялмап алған була. 07.50 сәғәттә һүндерелә. Янғынды һүндереүгә һигеҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын сәбәбе тикшерелә. Объектта тәфтишселәр эште дауам итә.

 

“Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”,  ти халыҡ аҡылы. Ут – кешелек өсөн һанап бөткөһөҙ уңайлыҡтар тыуҙырған сығанаҡ булыу менән бер рәттән, ҡот осҡос емергес тәьҫиргә лә эйә көс ул. Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда ла, йорт-ҡура янында ла ут менән ныҡ һаҡ булайыҡ. Аңһыҙ бәләләрҙән, ут ҡазаларынан Хоҙай Тәғәлә үҙе һаҡлаһын!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса төп идаралығынан.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: