Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Август 2022, 20:34

Ревакцинация эшләтеү кәрәкме?

Халыҡҡа коронавирустан өҫтәлмә прививка кәрәкме йәки юҡмы икәнлеген белер өсөн Нуриман үҙәк район дауаханаһының табип - эпидемиологы Ринат Шәрифйәновҡа мөрәжәғәт иттек.

Ревакцинация эшләтеү кәрәкме?
Ревакцинация эшләтеү кәрәкме?

-Йәй айҙары үтеп, һалҡын, ямғырлы көҙгә яҡынлашҡан һайын прививкалар яһатыу тураһында уйларға кәрәк тип ышаныслы әйтә алам. Әгәр коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатҡандан һуң ярты йыл да үтмәгән булһа һәм антиесемдәр күҙәтелмәһә, ике-өс айҙан һуң вакцина эшләтергә мөмкин.  Теләүселәр әлеге мәлдә район дауаханаһындағы привикалар яһатыу кабинетына килеп, әлеге мәлдә ҡулланышта булған «Гам-Ковид-Вак» вакцинаһын эшләтә ала. Прививканан бер зыян да булмаясаҡ. Йоғошло сирҙәр менән киҫкен хәл бер аҙ тотороҡланғанда, ҡабаттан яһалған прививкаларҙы йылына бер тапҡыр эшләү ҙә етәсәк. Бының өсөн даими рәүештә антиесемдәрҙе тикшереп тороу ҙа кәрәкмәйәсәк. Белгестәр билдәләүенсә, тәүге тапҡыр яһатылған вакцинаны ҡабаттан ҡаҙатыу, ҡаҙатмау тураһында ла һораусылар күп. Уларҙың бер төрлө булыуы мөһим түгел, сөнки бөтә вакциналар ҙа бер үк вирусҡа ҡаршы яҡлаусы ҡалҡан барлыҡҡа килтерә, -тип һөйләне Ринат Хәмит улы.

Материал Красный ключ.НурИман гәзитенән алынды.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: