Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2022, 14:45

Иглин районында кейеҙ баҫыу буйынса семинар үтте

Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолған сарала республиканың төрлө райондарынан ун өс кейеҙ баҫыу оҫтаһы ҡатнашты.

Иглин районында кейеҙ баҫыу буйынса семинар үтте
Иглин районында кейеҙ баҫыу буйынса семинар үтте

Башҡортостанда нәфис кейеҙ буйынса семинарҙар үткәреү традицияға әйләнде. Уның беренсеһе 2000 йылда Әбйәлил районында була. Унда ауыл оҫталары кейеҙ баҫыу процессын тулысынһа күрһәтә. Бер нисә семинар-практикум Иглин районында ойошторола. Был юлы сараны уҙғарыу өсөн Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәҙәниәт йорто юҡҡа ғына һайланмай. Тап бында биш йыл элек Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм төрлө әкиәт геройҙарының, шулай уҡ Иглин районына нигеҙ һалыусы Елена Иглинаның костюмдары әҙерләнә.

Сарала ҡатнашыусы кейеҙ баҫыу оҫталары өс көн дауамында башҡорт орнаменты менән биҙәлгән сергетыш, паннолар, намаҙлыҡтар эшләне. Әҙер эштәрҙе улар Ләмәҙ йылғаһы һыуында йыузылар, сайҡанылар.

Әлеге семинар Иглин балалар сәнғәт мәктәбе директоры Михаил Бадьиндың «Онотолған һөнәрҙе тергеҙеү» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Михаил Александровичтың проекы президент гранттары фонды конкурсында еңде. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һум аҡса бүленде. Был проект сиктәрендә кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үткәрелә.  

– Бындай семинарҙар йыл һайын ойошторола, уларҙың тематикаһы төрлө, – тип һөйләне республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова. – Ошондай сараларҙа яңы технологиялар үҙләштерә, яңы идеялар тормошҡа ашырыла, яңы таланттар аҫыла.

– Элек семинарҙарҙа республика оҫталары ғына ҡатнашһа, хәҙер уның географияһы киңәйҙе, – тип билдәләне М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт кафедраһы профессоры, уҡыу йорто янында эшләп килгән «Нәфис кейеҙ» үҙәге етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Тәлғәт Мәсәлимов. – Һуңғы ваҡытта кейеҙ сәнғәте менән шөғөлләнергә теләүселәрҙең һаны арта һәм улар төрлө милләт вәкилдәре.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, иң яҡшы эштәр «Урал» галереяһы күргәҙмәһендә урын аласаҡ. Халыҡ ижадына бағышланған фестиваль-конкурс сиктәрендә уҙасаҡ күргәҙмә сентябрь аҙағында асыласаҡ.

Киләһе йылдың февралендә Иглинда «Онотолған һөнәрҙе тергеҙеү» кейеҙ фестивале үтәсәк. Унда республиканың төрлө төбәктәренән оҫталар ҡанашасаҡ. Был сара Михаил Бадьиндың проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йомғаҡлау этабы буласаҡ.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: