Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2022, 11:16

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау тәҡдимдәрен яңыртты

Яңыртылған документ шулай уҡ Рәсәй Федерацияһындағы яңы вакцина препараттары хаҡында мәғлүмәт менән тулыландырылған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау тәҡдимдәрен яңыртты
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусты иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау тәҡдимдәрен яңыртты

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау буйынса ваҡытлыса методик тәҡдимдәрҙең 16-сы версияһын раҫланы. Уны Рәсәйҙең инфекция ауырыуҙары өлкәһендәге төп эксперттары әҙерләгән.

Методик тәҡдимдәрҙең яңы версияһына бер нисә өҫтәмә индерелгән. SARS-CoV-2 вирусының генетик варианттарын һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһындағы мәғлүмәтте иҫәпкә алып, «Этиология, патогенез һәм патоморфология» бүлегендәге мәғлүмәт актуалләштерелгән.

Яңыртылған документ шулай уҡ Рәсәй Федерацияһындағы яңы вакцина препараттары хаҡында мәғлүмәт менән тулыландырылған.

«Пациенттарҙың үҙенсәлекле төркөмдәре» бүлеге шәкәр диабеты менән сирләгән, психикаһы боҙолған пациенттарҙы дауалау тураһында мәғлүмәт менән тулыландырылған, тип хәбәр итте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:ИА "Башинформ".
Читайте нас: