Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 09:52

Мәсеткә – нигеҙ ташы

Республикала ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығына арналған сара сиктәрендә Өфө районының Зубов ауылында «Рәббәни» мәсетенә нигеҙ ташы һалынды.

Мәсеткә – нигеҙ ташы
Мәсеткә – нигеҙ ташы

Һәр ваҡыт ислам ҡанундары буйынса йәшәрбеҙ, намаҙға баҫырбыҙ тигән өмөт менән йәшәгән ауыл халҡы өсөн был бик әһәмиәтле ваҡиға булды. Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Төркиә, Һиндостан илдәре, Татарстан Республикаһы, Ульяновск һәм Пенза өлкәләренән килгән ҡунаҡтар сәләмләү һүҙҙәре менән ауыл халҡына мөрәжәғәт итте. Имамдар халыҡ алдындағы сығыштарында Исламды ҡабул итеү, вәғәз һөйләү тарихы тураһында ла бәйән итте.

-Борондан килгән йола буйынса, мәсет мосолмандарҙың көн һайын йыйылған урыны тип иҫәпләнә. Аллаһ йортон асыу - ерҙәге тыныслыҡты тәьмин итеү ул, сөнки ғибәҙәтханаларҙа рухи-әхлаҡи тәрбиә бирелә. Тап ошондағы вәғәздәрҙә изгелеккә, тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа һәм шәфҡәтлелеккә саҡырыу яңғыраясаҡ. Райондағы 53 дин ойошмаһының 28-е ислам, ә 25-е христиан берләшмәһен тәшкил итә. Был ойошмалар үҙ-ара ла дуҫ, халыҡ менән дә әүҙем, эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Уларҙың һәр ниәт-башланғыстарын хуплап, эштәрендә уңыштар теләргә генә ҡала, - тине Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров.

Мосолмандар йыйыны кешеләргә аң-белем тупларға ғына түгел, ә танышыу, берләшеү, яңы белем алыу, рухи яҡтан байыу мөмкинлеге бирҙе. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашасаҡ һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.

Мәсеткә – нигеҙ ташы
Мәсеткә – нигеҙ ташы
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: