Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2022, 15:56

Иҙәктәр берҙәмлеге – дуҫлыҡта һәм татыулыҡта

Благовещен районының Иҙәк ауыл хакимиәтенә һигеҙ ауыл ҡарай – Түбәнге Иҙәк, Успенка, Шәрип, Яңы Меңетәр, Горный Уразбай, Торновка, Рафиҡ. Биләмәлә күҙәтелгән күп ыңғай үҙгәрештәр халыҡтың урындағы власть менән берҙәм хеҙмәттәшлек итеүенә, һәр бер кеше, төрлө милләт вәкилдәре менән аңлашып эшләүенә һәм йәшәүенә бәйле.

Иҙәктәр берҙәмлеге – дуҫлыҡта һәм татыулыҡта
Иҙәктәр берҙәмлеге – дуҫлыҡта һәм татыулыҡта

- Ауылдарҙа килеп тыуған мәсьәләләрҙе ауыл хакимиәте башлығы бер үҙе генә хәл итә алмай. Ауыл Советы депутаттары, старосталар, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары менән берҙәм булыу, беҙгә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә булышлыҡ итә. Беҙҙең ауыл биләмәһендә башҡарылған барса эштәрҙә, халыҡты бергә туплаған һәр сараларҙа берҙәмлек, дуҫлыҡ, уртаҡ хеҙмәттәшлек тойола. Шуға күрә лә, дөйөм булған ыңғай һөҙөмтәләребеҙ беҙҙе шатландыра, алдағы уртаҡ эштәргә әйҙәй, - тип һөйләне ауыл хакимиәте башлығы Айһылыу Хәйруллина.  

Ауыл хакимиәте башлығы әүҙем кешеләр менән йыш осраша, бергәләп төрлө саралар үткәрә, төҙөкләндереү эштәрен башҡара, өмәләргә сыға. Граждандар йыйынында ауылдарға ҡағылған мәсьәләләрҙе лә хәл итә. Ауыл мәҙәниәт йортоноң эше лә маҡтауға лайыҡ. Бында үткән мәҙәни сараларға халыҡ эркелеп йөрөй, ә үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәрен уйын –көлкө, йыр – бейеү берләштерә. Мәҙәни усаҡтың төҙөкләндерелгән территорияһын иҙәктәр киләсәктә парк итергә лә самалай. 

Ауылдарҙағы халыҡ ең һыҙғанып донъя көтә, йәш ғаиләләр йорттар төҙөп, балалар үҫтерһә, өлкәндәр ҙә йәштәрҙән ҡалышмай, йорт-ҡураһын төҙөкләндерә, ҡош-ҡорт тота, мал-тыуар ҡарай. Улар йәшәгән урамдар ҡаралған, юл ситтәре таҙартылған, өй алдарына сәскә, ағастар ултыртылған.

Халыҡҡа барып ял итер урындарҙы булдырыуҙы, балалар өсөн майҙансыҡтар ҡуйыуҙы ауыл хакимиәте биләмәһе үҙ өҫтөнә алған. Улар 2016 йылдан башлап  “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына теләп ҡушыла. Программаға ярашлы халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. 2017 йылда иҙәктәр 680 мең һумға субсидия алып Үрге Иҙәк ауылындағы Юл һәм Совет урамдары сатындағы юл участкаһын йүнәткән. Тап ошо урын осраҡлы һайланмаған, бында халыҡ күпләп йөрөгән магазин һәм йәмәғәт транспорты туҡталышы урынлашҡан. Программала әүҙем ҡатнашҡан иҙәктәр 2018 йылда мәктәп тәҙрәләрен замансаға алмаштыра, 2020 йылдағы бер миллионға Түбәнге Иҙәк ауылындағы Чапаев, Беренсе май, Шишмә һәм Чапаев урамдарындағы юлдарҙы, ә быйыл яуланған 650 мең һумға мәктәп урамын тәртипкә килтерҙе. Был программаларҙа еңеп сығыр өсөн ауыл эшҡыуарҙары Артем Вотинов, Фәнил һәм Гөлфиә Халиҡовтар ҙа матди яҡтан оло ярҙам күрһәтә.  

Ауыл хакимиәте тормошонда Шәрип ауылы халҡы ла ҙур урын алып тора. Дәрте ташып торған, тыуған ауылының матурлығы, төҙөклөгө өсөн тырышып йәшәгән Фирҙәүес Риянов ауылдаштары Флорид Риянов, Илдар Ғилемйәнов, Рауил Ғилмиәров, ирле-ҡатынлы Дәүләтшиндар, Мусиндар, Марсель, Руслан Әсфәндиәровтар, Шамил, Дамир Хәжиевтар ярҙамы менән ял паркын асыуға өлгәшкән. “2020 йылдың иң төҙөк ауылы” район конкурсында еңеп сығып,  яуланған аҡсаны шәриптәр буласаҡ ял паркын булдырыуға йүнәлтә. Улар бергә тупланып, буш торған ерҙе тәртипкә килтерә, үләнен саба, ағастар, сәскәләр ултырта, сәхнә лә ҡуя. “Беҙҙең ауыл – 2021” район конкурсы сиктәрендә бүленгән аҡсаға балалар уйын майҙансығы өсөн элементтар, урам тренажерҙары һатып алынған.  

-Йәй көнө тыуған яғын һағынып ҡайтҡан ауылдаштар, ҡунаҡтар байрам-тамашаларға хәҙер ошо ял паркына йыйыла. Улар бында кинәнеп ял итә, йырлай, бейей, хәтирәләргә лә бирелә, - тип һөйләй уңған шәриптәр.

Түбәнге Иҙәктәр ҙә заман менән бергә атлай. Тырыш ауыл халҡы етеш тормошта йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла бар. Депутат Эдуард Хәмиҙуллин, шәхси эшҡыуар Флүс Сыртланов ярҙамы менән балалар спорт майҙансығы кәртәләнгән, майҙансыҡтар өсөн кәрәкле элементтар ҙа һатып алынған.

-Ауылдарыбыҙҙа йәшәү өсөн шарттар бар. Халыҡ берҙәм булғас, донъяуи мәсьәләләр хәл ителә бара, ауылдар тулыһынса яҡтыртылған. Ауылдарға газ үткәреү өсөн республика кимәлендәге төрлө программаларға ҡушылабыҙ. Тыуған төйәктәренең йәшәйешенә, киләсәгенә битараф булмаған ауылдаштарым менән эшләйһе эштәрем күп әле. Илдә тыныслыҡ, һаулыҡ һәм теләк булғанда, беҙ барыһын да атҡарып сығырбыҙ, -тип һөйләне кеше мәнфәғәте өсөн ете йыл ғүмерен арнаған Айһылыу Әҙип ҡыҙы Хәйруллина.   

Яуаплы, тынғыһыҙ, аралашыусан һәм кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә алған тәүәккәл ҡатын нимәгә тотонһа ла, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Һөйләһә теленән, эшләһә ҡулынан килә тейҙәр ундайҙар тураһында.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: