Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2022, 13:49

Алда тыныс булһын донъялар

Район халҡы Өфө районынан махсус операцияға хеҙмәткә алынған яугирҙәргә лә, мобилизациялағы егеттәрҙең ғаиләләренә лә ярҙам итә. Бер мөрәжәғәт, үтенес тә иғтибарһыҙ ҡалмай

Алда тыныс булһын донъялар
Алда тыныс булһын донъялар

Райондың  Ирекмәндәр штабына мобилизацияланған һалдаттың әсәһе шылтыратып, улының ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп өлгөрмәгәнлеген хәбәр итә. Дубки ауылында йәшәгән ҡатындың үтенесе өс көндә тормошҡа ашырыла.  Йортон утын яғып йылытҡан ҡатын Булгаков ауыл хакимиәте башлығы Владимир Метелевҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәстәрлекле етәксенең ярҙамы менән ул утынлы булған.

М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына Ҡариҙел районынан да шылтыратыу булған. Ҡайғыртыусан өләсәй ейәнсәренең Өфө районында йәшәп, Өфө ҡалаһындағы колледжға көндә бер нисә транспорт төрөнә ултырып килеп, уҡыуын бәйән итеп, дөйөм ятаҡтан урын һораған. Өлөшләтә мобилизацияға эләккән яугирҙең ҡыҙына дөйөм ятаҡтан урын биреү мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән.

 Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт хәрәкәтенең бүлек рәйесе, күп дәүләт наградалары кавалеры Шәүҡәт Хәбетдинов үҙ тәжрибәһенән сығып, Пенза ҡалаһында хәрби частә әҙерлек үткән яҡташтарына ярҙамға ашыҡҡан. Ошондай изге күңелле кешеләр булғанда тыуған ерҙән алыҫтағы яугирҙәребеҙҙең ғаиләләре лә ярҙамһыҙ ҡалмаған. “Ҡыҙыу нөктә” ләрҙә хеҙмәт иткән ветерандар Авдон ауыл Советынан өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә гуманитар ярҙам йыйып, өләшеп биргән.

Шәүҡәт Хәбетдинов әйтеүенсә, хәрби хәрәкәттәр ветерандары яуҙаштарының ғаиләләрен, яҡындарын үҙенең тел һәм ҡул ярҙамынан ҡалдырмай, улар менән гел хәбәрләшеп, хәл-әхүәл белешеп тора.

Ил төкөрһә, күл була ти халыҡ мәҡәле. Район халҡы үҙ халҡын да, яугирҙәрен дә ташламай, хәленән килгәнсә уларға булыша, кәрәкле кәңәшен, йылы һүҙен таба, матди яҡтан хәстәрләй. Тик илдәр тыныс ҡына булһын да, халыҡ һау-сәләмәт, дуҫ-татыу кинәнеп йәшәһен.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: