Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2022, 15:46

Районда - яңы һыу станцияһы

Башҡортостан Республикаһы «Таҙа һыу» проектында өсөнсө йыл рәттән әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларында һәм республиканың 8 районында төҙөлгән һыу станциялары ике йыл дауамында халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итә. Икенсе йыл тағы ла 5 районды  һыулы итеү маҡсатында бер миллиардҡа яҡын субсидия кәрәклеге лә мәғлүм.

Районда - яңы һыу станцияһы
Районда - яңы һыу станцияһы

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауыл Советының 6 ауылы халҡын хеҙмәтләндерәсәк яңы һыу станцияһы «Таҙа һыу» федераль программаһы субсидияһына төҙөлгән. Был объектты тормошҡа ашырыу өсөн ил бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүленгән.  

Өфө районы халҡы был минуттарҙы көтөп алды. Был сараға йыйылған халыҡ, район етәкселеге тантаналы шарттарҙа өр-яңы һыу станцияһында тәүге тапҡыр һыу ебәреү төймәһенә баҫты. Объект «Таҙа һыу» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Һыуға мохтаж халыҡ ун йыл элек үк Ҡомлокүл ауылында һыу тәьминәте мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан. Улар бергәләп һыу станцияһын төҙөү тәҡдиме менән ил етәкселегенә үк мөрәжәғәт иткән булған. Күмәк көс менән ауылда торбалар ҙа һалынған, әҙерлек эштәре лә берҙәм башҡарылған.

Һыу станцияһында ҡурай тажы формаһында ҡуйылған бөтәһе 7 скважина бар. Уларҙың ҡеүәтенә килгәндә, Ҡыҙылъяр, Ҡомлокүл, Яҡшиван, Горново, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарына тәүлегенә 1700 кубометрға тиклем һыу ебәрелә башланы.

Өр-яңы насос һәм таҙартыу станциялары, 1000 кубометрлыҡ ике һыу резервуары һәм 46 саҡрымлыҡ торбалар - объект 10 мең кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

         Һыуҙы шишмәнән, һуңынан ауылдағы скважинанан да алған халыҡ саф, таҙа һыулы булыуынан бик ҡәнәғәт. Түҙгәнгә түш тигәндәй, әлеге мәлдә был ауырлыҡтар инде тарихта ғына ҡалған. Район халҡына хәҙер тәмле сәйҙәр эсеп, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, кинәнеп йәшәргә генә ҡала.

Районда - яңы һыу станцияһы
Районда - яңы һыу станцияһы
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: